Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Июль 2023, 10:40

ИЛНАР, БӘХИЛ БУЛ...

Илнарҙы һуңғы юлға оҙатыу сараһында  Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Ә.И.Шафиҡова Илнарҙың әсәһе Лариса Шайнур ҡыҙына Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы бирелгән генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Илнар хеҙмәт иткән хәрби часть вәкиле Алексей Батайкин Рәсәй Президенты Указына ярашлы бирелгән батырлыҡ орденын Илнарҙың кәләше  Фидалия Рәмил ҡыҙына тапшырҙы.Яҡындары өсөн генә түгел, барыбыҙ өсөн дә оло юғалтыу был. Халыҡ бейеү көйө аҫтында алҡышлап, күҙ йәштәре менән Илнарҙы һуңғы юлға оҙатты... Йәл, был бейеү көйөнә күпме бейелмәгән бейеүең, был алҡыштар аҫтында күпме сығышың ҡалды, Илнар... Яҙмыш аяуһыҙ. Йәнең йәннәттә булһын. Ата-әсәһенә, һеңлеһенә, кәләшенә, 5 айлыҡ ҡына улы Асланға Аллаһы Тәғәлә күркәм сабырлыҡтар бирһен.

ИЛНАР, БӘХИЛ БУЛ...
ИЛНАР, БӘХИЛ БУЛ...

 

Бөгөн Сибай халҡы талантлы егет, бейеүсе Илнар Хәтмуллинды һуңғы юлға оҙатты.

Илнар 2000 йылдың 5 апрелендә Баймаҡ ҡалаһында тыуа. Сибай ҡалаһының 5-се мәктәбендә 9 класты тамамлай. Унан Сибай сервис һәм төҙөлөш колледжында  “Автомеханика” йүнәлешендә уҡый.

Атаһы Илдар Булат улы, әсәһе Лариса Шайнур ҡыҙы кеүек Илнар ҙа бейеүгә әүәҫ була, ҡаланың “Осҡон” балалар ансамблендә шөғөлләнә. Оҫта йәш бейеүсене 2017 йылда балет артисы итеп эшкә алалар. 2019 йылда уҡыуын бөткәс, әрме сафында бранетранспортерҙа водитель-механик булып хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Сибай концерт-театр берекмәһендә эшен дауам итә.

Характеры буйынса Илнар тыныс, мәрхәмәтле, изге күңелле, аралашыусан, үҙ фекерле, дуҫтары араһында абруйлы була.

2022 йылдың 26 сентябрендә мобилизацияға эләгә, мотоуҡсылар ротаһында хеҙмәт итә.

2023 йылдың 30 июнендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды.

 

Илнарҙы һуңғы юлға оҙатыу сараһында  Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Ә.И.Шафиҡова Илнарҙың әсәһе Лариса Шайнур ҡыҙына Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы бирелгән генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Илнар хеҙмәт иткән хәрби часть вәкиле Алексей Батайкин Рәсәй Президенты Указына ярашлы бирелгән батырлыҡ орденын Илнарҙың кәләше  Фидалия Рәмил ҡыҙына тапшырҙы.

 

Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Илнарҙы яҡшы яҡтан ғына иҫкә алды, яҡындарына сабырлыҡ теләне. Илнар, йәнең йәннәттә булһын!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: