АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
26 Июнь 2023, 09:40

ОЛОЛАР СӘЙӘХӘТ ИТӘ

«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” социаль туризм программаһы эшләүен дауам итә.

ОЛОЛАР СӘЙӘХӘТ ИТӘОЛОЛАР СӘЙӘХӘТ ИТӘ
ОЛОЛАР СӘЙӘХӘТ ИТӘ

«Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек” социаль туризм программаһы эшләүен дауам итә.

“Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проекты сиктәрендә Баймаҡ районының оло быуын вәкилдәре Шүлгән-таш мәмерйәһенә барҙы. Өлкәндәр сәйәхәттән оло тәьҫораттар алып, тарихи-мәҙәни музей-заповедникка һоҡланып ҡайтты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: проектта 55 йәште үткән ҡатындар, 60-тан уҙған ирҙәр, шулай уҡ выслуга буйынса хаҡлы ялға сығып, Башҡортостанда теркәлгән граждандар ҡатнаша ала.

Әйткәндәй, йыл башында республиканың премьер-министры Андрей Назаров: “Башҡортостандың "2023 йылға һәм 2024, 2025 йылдарҙың план осорона бюджет тураһында" закон проектына ярашлы "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек" программаһын тормошҡа ашырыуға 10 мең пенсионерҙы йәлеп итеү өсөн 24 миллион һум ҡаралған. Проектты үҫтереү өсөн финанслауҙы 48 миллион һумға тиклем арттырырға һәм программала ҡатнашыусылар һанын 20 мең кешегә тиклем үҫтерергә кәрәк”, - тип билдәләгәйне.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас