+20 °С
Болотло
Башҡортостан Хөкүмәтенең сираттағы ултырышында ошо хаҡта һүҙ барҙы. 2023 йылда 247 урында, йәғни ауылдарҙа элемтә булдырыла, төпкөлдәр интернетҡа тоташа. Тәүге тауыш биреүҙә 130 ауыл һайланған. Улар беренсе кварталда уҡ бәйләнешле булырға тейеш. Икенсе этапта 117 ауылға элемтә барып етә.
—Бәйләнеш селтәрен федераль һәм төбәк әһәмиәтендәге автоюлдарға ла һуҙырға кәрәк. Был айырыуса Урал аръяғына, таулы райондарға ҡағыла. Мәҫәлән, Өфө-Белорет, Сибай-Аҡъяр,—тине сығышында премьер-министр А.Г.Назаров.
фото: Башинформ