Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Ноябрь 2022, 19:05

Хөрмәнең файҙаһы ҙур

Көн дә ошо емеш менән туҡланған кешегә пневмония һәм бронхит ҡурҡыныс түгел. Тәмәке тартҡандар көн дә ашарға тейеш.Хөрмәләге калий һәм үҫемлек шәкәре йөрәк, шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй.

Хөрмәнең файҙаһы ҙур
Хөрмәнең файҙаһы ҙур


✅Ҡан тамырҙары тарайыуҙан, ҡан баҫымы юғарылығынан һәм эс ҡатыуҙан йонсоғандар өсөн бик мөһим аҙыҡ.
✅Янған һәм ҡырҡылған урынға хөрмә иҙмәһен ҡаплаһаң, яралар тиҙерәк уңала.
✅Бик яҡшы бәүел ҡыуҙырғыс булараҡ, бөйөргә яҡшы тәьҫир итә. 3-4 емеш ашап, артынан ҡайнар һөт эсһәң, һөҙөмтә тиҙ үк күренер.
✅Хөрмәләге магний бөйөрҙәге тоҙҙарҙы сығара һәм уның эшмәкәрлеген яҡшырта.
✅Ундағы тимер, микроэлементтар ярҙамында анемияны бөтөрөргә мөмкин. А һәм С витаминдарына бай.
✅Һыуыҡ үткәндә, грипп менән ауырығанда, тамаҡ ауыртҡанда 1 хөрмә һутына 100 грамм йылы һыу һалып, бер нисә көн эсегеҙ, тамаҡ сайҡағыҙ һәм тиҙ һауығырһығыҙ.
✅Депрессия ваҡытында көн дә кис хөрмә ашағыҙ. Ундағы магний, глюкоза һәм фруктоза нервыны тынысландыра, йоҡоно көйләй, йәшәүгә дәрт бирә.
✅Хөрмә лә бета-каротин күп, ул күҙҙәр өсөн дә бик файҙалы, ҡартайыуҙы тотҡарлай.

Автор:Гульдар Кадаева