АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
31 Октябрь 2022, 14:15

ЙОМАШТА САРА ҮТТЕ

Баймаҡ районы Йомаш ауылы мәктәбендә шағирә менән осрашыу үтте.

ЙОМАШТА САРА ҮТТЕ
ЙОМАШТА САРА ҮТТЕ

—Йомаш ауылы мәктәбендә талантлы ауылдашыбыҙ, шағирә, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Һаҡмарҙың ижадына арналған кисә үткәрелде.
Кисәлә ҡатнашыусылар ауылдашыбыҙҙың ижад донъяһын байҡап, бик күп фәһемле яңылыҡ алдыҡ. Сарала мәктап уҡыусылары, уҡытыусылары, ауылдаштар ҡатнашты. Уҡыусы ҡыҙҙар башҡарыуында матур бейеүҙәр ҡараныҡ. Лилиә Зәйнулла ҡыҙының уҡытыусыһы Нурия Шәмсетдин ҡыҙы уҡыусыһы тураһында бик маҡтап һөйләне. Яҡын туғаны Дилә Мөхәмәтйәрова апаһының матур йырҙарын башҡарҙы. Ауылдаштары "Марс- 500, йәки Марста тормош бармы?" сатирик драманан өҙөк сәхнәләштерҙе. Мәктәп коллективы исеменән Лилиә Байсыуаҡова яҙыусыға матур теләктәр еткереп ҡотланы. Шәһиҙә Барлыбаева "Иҫтәлек" исемле йыр йырланы. Солтангәрәева Миләүшә, Айгөл Аккужина һәм Гөлдәр Тулыбаева шиғырҙарын яттан һөйләнеләр. Мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсинә Солтангәрәева моңло йырын бүләк итте. Кисәне матур итеп алып барыусы башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы булды.
Артабан да ауылдашыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ижади үрҙәр теләп, сәй табынында хушлаштыҡ,—тип яҙалар социаль селтәрҙә

Автор:Резеда Валиева