АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
30 Октябрь 2022, 22:00

Сәләмәт булам, тиһәң

Ҡан баҫымынан, быуындар һыҙлауынан ҡотҡара торған дауалар

Сәләмәт булам, тиһәң
Сәләмәт булам, тиһәң


🍁3 литрлы банкаға 2 уртаса ҙурлыҡта сҽй ҡыҙыл сөгөлдөрҙө таҙартып, шаҡмаҡлап турап һалдым. Өҫтөнә бүлмә температураһындағы ҡайнаған һыу ҡойҙом. 1 сәй ҡалағы ҡорт балын ярты стакан һыуҙа болғатып, банкаға һалдым. Әҙ генә асыҡ ҡалдырып, капрон ҡапҡас яптым. 5 көн һалҡынса урында тоттом. Өҫтөндәге күбеген йыйып алғас, марля аша һөҙөп, төнәтмәне ашар алдынан, йә ашағандан һуң, көнөнә 4 тапҡыр 0,5 стакан эстем. Хәҙер быуындарым ауыртмай, Аллаға шөкөр.
Элек бик этләндем. Иртән аяҡҡа баҫыр өсөн, төндә 2-3 тороп, 2-шәр таблетка ибупрафен эсә инем (сәғ. 6-ла һәм 12-лә). Шул таблеткаларҙы эсмәһәм, аяҡҡа баҫа алмай инем. Ниндәй генә мазь, гель, үҙем яһаған төнәтмәләр ҡулланманым! Ә улар барыһы ла ауыртыуҙы ваҡытлыса ғына баҫып тора ине. Ошо төнәтмәне яһап эсә башлағас, дарыуҙарҙы онотоп барам, Алланың биргәненә шөкөр!
Элек ҡан баҫымы м-н дә бик этләндем: 200*110-ға саҡлы күтәрелә ине. Хәҙер нормала! Алланың оло рәхмәте инде был!

👍АРҠА ҺЫҘЛАУЫНАН.

1л һыуҙы ҡайнатып һыуытаһың. Шуға:
5 бөртөк ҡара йөҙөм,
3 аш/ҡ шәкәр,
4 аш/ҡ түңәрәк сҽй дөгө һалып, 5 көн һалҡынса урында тотаһың да, һыуын һөҙөп алаһың. Банкала ҡалған төнәтмә өҫтөнә яңынан һыу һалып ҡуяһың. Һөҙөп алған һыуҙы ашағансы, йә ашағас, көнөнә 3 тапҡыр 0,5 стакан эсәһең. Дауаланыу срогы 1 ай. Файҙаһы беренсе порциянан уҡ тҽйҙе. Мин 3 порция эстем. Аллаға шөкөр, файҙаһы тҽйҙе.
Арҡамдың ауыртыуына сыҙай алмағас, илаған саҡтарым күп булды. Ниндәй генә дарыу, мазь, гель ҡулланманым. Берҽһе лә ярҙам итмәнҽ. Шуға күрә һеҙгә лә шуларҙы яһап, эсеп ҡарағыҙ әле, тип, кәңәш итҽүем. Ин шәә Аллаһ, Һеҙ ҙә файҙаһын күрерһегҽҙ!
Интернет селтәренән
 
Автор:Гульдар Кадаева