АТАЙСАЛ
+13 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
12 Октября 2022, 09:11

АТАЙҘАРҘЫ УЛДАРЫ МЕНӘН КӨТӘЛӘР

ҒАРИЗА БИРЕГЕҘ

Рәсәй Президент Указы менән 2021 йылда октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһе Атайҙар көнө тип иғлан ителде. Был атайҙар абруйын үҫтереү йәһәтенән эшләнде.

Башҡортостандың ир-егеттәр советы 16 октябрь—Атайҙар көнөндә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы, махсус операциянан ҡайтҡан ир-егеттәр менән берлектә сара ойоштороп, тыныс тормошта ла, эсктремаль шарттарҙа ла кәрәк булырҙай йәшәү шарттарын, һәр төрлө алымдарҙы өйрәнмәксе.

Традицион йәйәнән уҡ атыу, теоретик һәм практик алымдар өйрәнеү программаға ингән. Ҡатнашыусылар өсөн ялан кухняһы ойошторола. Атайҙар улдары менән ялын саф һауала үткәрәсәк.

Сараға 10 йәште үткән улдары менән атайҙар саҡырыла. Ғаризаны 13 октябргә тиклем бирергә.

Автор:Разида Валиева
Читайте нас