АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
14 Сентябрь 2022, 14:45

2,5 МИЛЛИОН ҺУМЛЫҠ КИТАП

Ғаилә ҡомартҡыһын һатыуға ҡуйған.

2,5 МИЛЛИОН ҺУМЛЫҠ КИТАП
2,5 МИЛЛИОН ҺУМЛЫҠ КИТАП

Өфө ҡалаһының Совет районында берәү популяр сайтҡа 140 йыллыҡ Ҡөръән китабын һатыуға ҡуйған. Изге китапҡа хужаһы 2,5 миллион һум тип хаҡ ҡуйған. Яҙылыуынса, китап 1882 йылда нәшер ителгән һәм ул был ғаиләнең ҡомартҡыһы булып тора. «Изге китап ата-әсәйемдән ҡалды. Быуаттан ашыу тарихы булған китаптың торошо яҡшы»,—тип яҙа һатыуға ҡуйыусы.

Әйткәндәй, сайтта изге китаптар йыш һатыуға ҡуйыла. Уларҙың хаҡы 50 мең һумдан башланып китә.

 

сығанаҡ: Башинформ

Автор:Резеда Валиева