АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
6 Сентябрь 2022, 08:30

ҮҘГӘРЕШТӘР БАР

Хеҙмәт һағы өлкәһендәге законға үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер эш урынында бәхетһеҙ осраҡҡа тарыһаң, иртәгәһенә үк социаль түләү бирелә.

ҮҘГӘРЕШТӘР БАР
ҮҘГӘРЕШТӘР БАР

Рәсәй хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә хеҙмәт һағы өлкәһендәге ҡануниәттә үҙгәрештәр индерелеүен хәбәр иттеләр. Үҙгәрештәр 1 сентябрҙән индерелде. Уға ярашлы, эш биреүсе ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрен инструктаж үтеүҙән, хеҙмәт һағы буйынса уҡыуҙан азат итә ала. Бөтә тармаҡ һәм ойошмаларға бәхетһеҙ осраҡ төрҙәре һәм сәбәптәре өсөн берҙәм классификатор индерелә. Уның нигеҙендә электрон документ әҙерләп буласаҡ. Эш урынында бәхетһеҙ осраҡҡа тарыған хеҙмәткәргә социаль түләүҙәр иртәгәһенә үк түләнеүе ихтимал. Быға тиклем тикшереүҙәр һөҙөмтәһенән һуң ғына ҡаралып, ярты йылға һуҙыла ине.

Йәнә хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу программалары өйрәнелә. 81 профессия эйәһе бушлай дауаланыу-профилактика туҡланыуы, витамин препараттары менән тәьмин ителәсәк. Хеҙмәт һағы өлкәһендәге сығымдарҙы кәметеү эш шарттары яҡшыртыуға, сирләүселәрҙе реабилитацияға, шифаханаларға ебәрергә булышлыҡ итә.

Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәре аҙ булған предприятиелар яҡын урынлашҡан медицина учреждениелары менән килешеү төҙөй йә үҙҙәрендә медицина кабинеты аса ала.

Автор:Резеда Валиева