АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Август 2022, 14:25

«Башавтотранс» водителдәренә —«НЕФАЗ» маркалы яңы автобус

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «НЕФАЗ» маркалы 37 яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы. 

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «НЕФАЗ» маркалы 37 яңы автобус асҡыстарын тапшырҙы. «Көньяҡ ҡапҡа» комплекслы төҙөлөшө» инфраструктура проекты сиктәрендә бөтәһе 898 миллион һумға газ-мотор яғыулығы менән эшләгән 70 автобус һатып алыу күҙаллана.

«Бөгөн беҙҙең өсөн ҡыуаныслыкөн, беҙ транспорт системаһына 37 яңы автобус тапшырабыҙ, ҡалған автобустар 5 сентябргәсә килеп етергә тейеш. Быларҙың барыһын да республикабыҙҙың транспорт системаһын Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе итеү өсөн эшләйбеҙ. Һуңғы өс йылда транспортҡа бәйле хәлде төҙәтәбеҙ, уны халыҡ өсөн яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ итеп эшләйбеҙ, Ҙур рәхмәт һеҙгә, эшегеҙ ауыр, халыҡ та һеҙгә рәхмәтле», — тине Радий Хәбиров.

Ул «Башавтотранс» тың бер нисә водителенә республика Башлығының рәхмәт хатын тапшырып, уларға юлда имен-аман йөрөүҙәрен теләне. Радий Хәбиров автобустарҙың береһен ҡарап сыҡты һәм уның техник характеристикаһы менән ҡыҙыҡһынды.

Яңы автобустар Затон, Дим, Сипайлово, Инорс биҫтәләре халҡын хеҙмәтләндергән маршруттар буйынса йөрөй.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-08-29/radiy-habirov-vruchil-voditelyam-bashavtotransa-klyuchi-ot-37-novyh-avtobusov-marki-nefaz-2926171

Автор: