+18 °С
Облачно


Хәйбулла районының ветерандар йәмғиәте тәүгеләрҙән булып «Өләсәй хәстәре» акцияһына ҡушылды. Битараф булмаған яҡташтарыбыҙ Донбаста йәшәүселәргә йылы кейемдәр тегә, бәйләй башланы. 97 йәштә булыуына ҡарамаҫтан Миңзада Рысбаева ла акцияға ҡушылды.
Акция сиктәрендә бейәләйҙәр, ойоҡтар, шарфтар, свитерҙар һәм башҡалары йыйыла һәм Донецк, Луганск халыҡ республикаларына ебәрелә.