АТАЙСАЛ
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
2 Августа 2022, 11:35

ҠАЙҘА ЯЛ ИТЕРГӘ?

Республикала 38 глэмпинг иҫәпләнә. Шулар араһында Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары араһында урынлашҡан «Ардан» ял базаһы, Талҡаҫ күле янындағы йорттар (бунгало), Әбйәлил районындағы Ғимранташ эко-этнопаркы бар.

ҠАЙҘА ЯЛ ИТЕРГӘ?ҠАЙҘА ЯЛ ИТЕРГӘ?
ҠАЙҘА ЯЛ ИТЕРГӘ?

Башҡортостанда эшләүсе глэмпингтар исемлеге баҫылды. Унда барлығы 38 обьект иҫәпләнә. Исемлек яңыртылып торасаҡ, тип хәбәр итәләр.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министр Рөстәм Афзалов билдәләүенсә, республикала модулле отелдәрҙе күбәйтеү туристар ағымын үҫтереүгә ярҙам итергә булышлыҡ бирәсәк. Шулай уҡ яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, бюджетҡа һалым да инәсәк.

Яҡын киләсәктә тағы бер нисә глэмплинг асыласаҡ. Улар «Урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарҙар инициативаһын яҡлау», «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекттарына ярашлы булдырыла.

 

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас