АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Мәғлүмәт
28 Июль 2022, 09:50

МАТУР ТЕЛӘКТӘР ТЕЛӘЙЕК!

Бөгөн, 28 июль, теләк теләү көнө икән. Астрономдар, астрологтар, тылсымсылар, психологтар төрлө иҫәпләүҙәр яһап, нәҡ 28 июль — Йыһан менән бәйләнеш булдырыу өсөн иң ҡулайлы һәм энергетик йәһәттән ҡеүәтле көн тип тапҡан.

МАТУР ТЕЛӘКТӘР ТЕЛӘЙЕК!МАТУР ТЕЛӘКТӘР ТЕЛӘЙЕК!
МАТУР ТЕЛӘКТӘР ТЕЛӘЙЕК!

Бөгөн, 28 июль, теләк теләү көнө икән. Астрономдар, астрологтар, тылсымсылар, психологтар төрлө иҫәпләүҙәр яһап, нәҡ 28 июль — Йыһан менән бәйләнеш булдырыу өсөн иң ҡулайлы һәм энергетик йәһәттән ҡеүәтле көн тип тапҡан.
Атылған йондоҙҙарға ҡарап та, фонтанға аҡса ташлап та, һауаға шар осороп та теләк теләргә мөмкин. Шәм яндырып, уға текәп теләк теләүселәр ҙә була. Тик теләктәреңде аныҡ уйларға, хатта ваҡытын билдәләргә кәрәк. «Бәлки», «ихтимал», «мөмкин булһа» тигән һүҙҙәрҙе ҡулланмағыҙ. Ышанығыҙ, ышаныслы әйтегеҙ һәм һеҙҙең теләк 21 көн эсендә ҡабул була, тип иҫәпләйҙәр.

 

Әйҙәгеҙ, күмәкләп еребеҙгә тыныслыҡ теләйек! Бәлки, теләк теләү көнө барлығына ышанып та бөтмәҫһегеҙ, әммә доғалар ҡабул булғанлығын инҡар итмәҫһегеҙ. Ә ихлас, саф күңелдән теләгән изге теләк доғаға бәрәбәр.

 Һүрәт интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

 

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас