Мәғлүмәт
20 Июля 2022, 11:00

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙән сығармағыҙ!

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ йылғаһында 51 йәшлек ир һыуға батҡан. Йылға, күл буйҙарында бик һаҡ булыу мөһим. Һәләк булыусы ҡаланың 6-сы баҡсаһы биләмәһе янында ярамаған ерҙә һыу төшкән. Ҡотҡарыусы Денис Татлыбаев ирҙең кәүҙәһен ярға сығарыуҙа ҡатнашҡан. Кешенең һыуға батыуы тураһында хәбәр алғас та һәләкәт урынына тиҙ килеп еткәндәр. Мәйет йылға ярынан 5 метр арауыҡ алыҫлыҡта ятҡан. Ир кешенең кәүҙәһен ярға сығарғас ҡотҡарыусылар уға ярҙам итеп маташҡан. Әммә реанимация файҙа бирмәгән. Билдәле булыуынса, фажиғәғә тарыусы алколле эсемлек ҡулланған. Һыу төшөргә рөхсәт ителмәгән был урында 15-ләп кеше ял иткән, шул иҫәптән балалар булыуы аяныс. Быйыл ғына Башҡортостанда 40-тан ашыу кеше һыуға батып үлгән. Уларҙың күбеһе эскән килеш һыуға төшөп һәләк булған. Шулай уҡ ярамаған ерҙә һыу инеүҙәре билдәле. Хөрмәтле сибайҙар һәм ҡала ҡунаҡтары! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Сибайҙа һыу инеү рөхсәт ителгән урын берәү—Төйәләҫ йылғаһындағы ҡала пляжы. Бында йылға төбө тикшерелгән, һыу инеү урыны билдәләнгән, ҡотҡарыусылар посы булдырылған.  

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙән сығармағыҙ!Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙән сығармағыҙ!
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙән сығармағыҙ!

Батып барыусыны нисек ҡотҡарырға?

1. Батып барыусы кешене күргәндә, иң беренсе ярҙам һорап ҡысҡырырға кәрәк.
2. Бәләгә тарыусыға тотонор өсөн бау, йөҙгөс ташлап, ҡотҡарыу сараһын күрергә.
3. Яҡшы йөҙһәгеҙ, янына барып, хәлегеҙҙән килгәнсә һыуҙан сығырға ярҙам итергә тырышығыҙ. Әммә уның алдына килергә ярамай, ә арт яғынан яҡынлашығыҙ, юғиһә батып барыусы кешенең, паникаға бирелеп, йәбешә башлауы һәм һеҙҙе лә һыу аҫтына һөйрәүе ихтимал. Иң яҡшыһы – сәсенән йә ҡултыҡ аҫтынан эләктереп алыу һәм салҡан әйләндереп, ярға ҡарай һөйрәү.
4. Ағым һыуҙа батҡан кешене ҡотҡарыуы тағы ла ауырыраҡ. Был осраҡта күмәкләп эш итергә кәрәк. Ҡулға-ҡул тотоношоп, бер рәткә теҙелеп торорға һәм иң һуңғы кеше батып барыусыға ярҙам итә.

Тәүге ярҙам күрһәтеү

Һыуҙан сығарғас, бәләгә тарыусының хәленә ҡарап, тәүге ярҙам күрһәтергә лә тура килә.
1. Тубыҡланған килеш, зыян күреүсенең башы кәүҙәһенән аҫҡа һәленеп торорлоҡ итеп, тубығығыҙға һалығыҙ, 2. Бармаҡты яулыҡ йә туҡыма менән урап, ауыҙының эсен ҡомдан, бысраҡтан таҙартырға. Шул уҡ ваҡытта тын алыу юлдарынан һәм ашҡаҙанынан һыу сыҡһын өсөн йөҙтүбән әйләндереп, кәүҙәһенә баҫып-баҫып алырға. Ҡоҫтороу рефлексын әүҙемләштереү өсөн тел төбөнә лә кинәт кенә ныҡ итеп баҫыуҙың да файҙаһы бар.
3. Зыян күреүсе тын алмаһа, ауыҙҙан-ауыҙға йәиһә ауыҙҙан-танауға яһалма рәүештә тын алдырырға.
4. Ауыҙына һауа өргәндә быны марля йә яулыҡ аша эшләргә кәрәк. Уның йышлығы минутына 17 тапҡыр булырға тейеш.
5. Йөрәге туҡтағанда яһалма тын алдырыуҙы йөрәккә массаж менән сиратлап эшләргә. Бының өсөн тын алдырыу араһында күкрәккә 3 – 4 тапҡыр ныҡ ҡына итеп баҫырға. Иң яҡшыһы – быны икәүләп эшләү.
6. Иң мөһиме – бәләгә тарыусыны иғтибар¬һыҙ ҡалдырырға ярамай, йөрәге тибеүҙән туҡтауы ихтимал. Тиҙ арала “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ.

Үҙегеҙ һыуға батҡанда

1. Паникаға бирелмәгеҙ, ярҙағыларға ярҙам һорап ҡысҡырығыҙ.
2. Арҡаға әйләнеп ятығыҙ, ҡулығыҙҙы йәйеп, тәрән итеп тын алып тынысланырға тырышығыҙ.
3. Һыу йотоп сәсәгәндә лә, иң мөһиме, тыныс булығыҙ. Тулҡынға арҡағыҙ менән боролоп, яҡшы итеп тын алығыҙ, танауығыҙҙы һыуҙан таҙартығыҙ.
4. Хәлегеҙ бөтә башлағанын тойһағыҙ, башҡаларҙы ярҙамға саҡырығыҙ.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын, ти. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙән сығармағыҙ!

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас