АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Май 2022, 08:40

БАЛАЛАР ЯЛ ИТӘСӘК

Лагерға барып йөҙөргә өйрәнергә лә мөмкин буласаҡ. Нәҡ ошо йүнәлештә профилле сменалар ойошторола.

БАЛАЛАР ЯЛ ИТӘСӘК
БАЛАЛАР ЯЛ ИТӘСӘК

 

Быйыл йәй балаларҙың ялын һәм һаулығын нығытыуға 1,8 млрд һум ебәрелә, был уҙған йылға ҡарағанда 280 миллион һумға күберәк.
5 майға алынған мәғлүмәт буйынса, реестрға 1545 һаулыҡ нығытыу ойошмаһы теркәлгән, был да уҙған йылдағынан 82-гә күберәк. Ҡала ситендәге лагерҙар, 815 көндөҙгө лагерь, 580 ял һәм хеҙмәт лагеры, 53 махсус /профилле/ лагерь эшләйәсәк.

Башҡортостанда профилле лагерҙар бик әүҙем эшләй. 2021 йылда Башҡортостан илдә 5-се майҙансыҡ булараҡ «Геройҙар иле» Бөтә Рәсәй лагерын ҡабул итте. Башҡортостан тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса «Йәйләү» лагерында профилле смена ойошторола.

Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин йөкләмәһе буйынса 19 ҡала ситендәге стационар лагерҙарҙа йөҙөргә өйрәтәсәктәр, бында 7720 бала йәлеп ителә.

Мәғариф министры Айбулат Хажин билдәләүенсә, ҡала ситендәге лагерҙарға киткән путевка хаҡының ике төр компенсацияһы бар. Беренсеһе, киткән сумманың 70 процентын тәшкил итә. Икенсеһе, туристик кешбэк программаһы буйынса алынған путевканың 30 проценты. Шуны билдәләргә кәрәк: Башҡортостанда федераль һәм төбәк льготаһын да ҡулланырға була.

2022 йылдың 21 мартында COVID-19 буйынса санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙең үҙгәреүенә бәйле, ҡала ситендәге лагерҙарҙы 100% тултырырға мөмкин (былтыр 75% ине). Хәҙер ойошмаларҙа балалар һәм йәштәр өсөн асыҡ һауала сараларар үткәрергә рөхсәт ителә. Ҡала ситендә урынлашҡан лагерҙарҙың хеҙмәткәрҙәре смена башланырҙан ике көн алдан ковидҡа ПЦР-тест тапшырырға тейеш. Тикшереү республика ҡаҙнаһы иҫәбенә бушлай.

Фото: onlinetambov.ru

Автор:Резеда Валиева