АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Апрель 2022, 16:15

ХӘЙБУЛЛАЛАР ХАТАЛАРҒА ҠАРШЫ

Башҡорт теле республикабыҙҙа дәүләт теле иҫәпләнһә лә әле һаман уға етди ҡарамай алтаҡталарҙа хата ебәреүселәр, йә иһә башҡорт телендәге вариантын бөтөнләй яҙмаусылар бар. Хаталы яҙыу күрһәгеҙ ни эшләргә? Фотоға төшөрөп алырға һәм хакимиәт янында эшләүсе махсус комиссияға ебәрергә, әйтергә кәрәк. Әйткәндәй, Хәйбулла районында был тәңгәлдә эш әүҙем ойошторолған. Комиссия рейдҡа сыға, хата ебәреүсе учреждение, магазин хужаларын иҫкәртә.

ХӘЙБУЛЛАЛАР ХАТАЛАРҒА ҠАРШЫ
ХӘЙБУЛЛАЛАР ХАТАЛАРҒА ҠАРШЫ

--Район үҙәген хатаһыҙ төбәккә әйләндереү маҡсатында район хакимиәте янында ойошторолған махсус комиссия ағзалары сираттағы рейдҡа сыҡты. Был юлы улар уҙған рейд һҙөмтәләре буйынса иҫкәрмәләр тапшырылған ойошма, учреждение һәм һатыу нөктәләре буйлап йөрөнө. Әйтергә кәрәк, бирелгән бер ай ваҡыт эсендә уларҙың күбеһе кәңәштәрҙе күҙ уңында тотоп, дөрөҫ алтаҡталар урынлаштырған. “Емеш – еләктәр донъяһы”, “Галактика”, “Йомарт” , “Тиргәмеш” магазиндарын, “Имплозия” дарыуханаһын, автовокзал территорияһындағы бер рәт матурлыҡ салондары ишектәрен хәҙер хатаһыҙ алтаҡталар биҙәй. Шул уҡ ваҡытта бер ай элек бирелгән иҫкәрмәләргә ҡолаҡ һалмаусылар ҙа юҡ түгел. Уларға ҡарата административ протоколдар төҙөлә һәм штраф янай. Дөйөм алғанда, комиссия ағзалары күптәрҙең иҫкәрмәләргә яуаплы ҡарауын билдәләй. Яҡын арала рейдтар тағы ҡабатланасаҡ. Шуға күрә алтаҡталары булмағандарға ошо эште хәстәрләп ҡуйыу зарур. Рус теленән башҡорт теленә тәржемә итеүҙә ярҙам кәрәккән осраҡта комиссия ағзаларына мөрәжәғәт итергә мөмкин,--тип хәбәр итәләр Хәйбулла районы хакимиәтенән.

сығанаҡ: https://vk.com/district_haibulla?w=wall-117650762_13409

 

Хаталар күрһәгеҙ, битараф ҡалмағыҙ! Үҙ телебеҙҙе ихтирам итергә өйрәнәйек.

Автор:Резеда Валиева