АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Апрель 2022, 18:30

Йорттарҙы капиталь ремонтлау дауам итәсәк

Йорттарҙы капиталь ремонтлау, подъездарҙы яңыртыу, ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәрен сифатлы башҡарыу, билдәләнгән ваҡытта тамамлау мөһим, тине Радий Хәбиров.

Йорттарҙы капиталь ремонтлау дауам итәсәк
Йорттарҙы капиталь ремонтлау дауам итәсәк

Быйыл республиканың күп фатирлы йорттарында подъездарҙы капиталь ремонтлау өсөн финанслауҙың бөтә сығанаҡтарынан биш миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Был һандарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау төбәк операторы генераль директоры Павел Сафонов килтерҙе.

Ошо аҡсаға 74 йортта 256 лифт алмаштырыласаҡ, 28 ҡыйыҡ ремонтланасаҡ һәм тағы 773 эш төрө башҡарыласаҡ. Атап әйткәндә, фасадтарҙы, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү, йылылыҡ, электр һәм газ менән тәьмин итеү системаларын ремонтлау ҡаралған. Баш ҡаланың Ленин урамы, 9/11, 26, Ҡулса урамы, 58 адресы буйынса урынлашҡан өс йортта, улар мәҙәни мираҫ объектты булып тора, барлыҡ эштәрҙе Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы рөхсәте булған махсус подряд ойошмалары башҡарасаҡ.

– 2021 йылда 548 лифтты алмаштырҙыҡ. Капиталь ремонт программаһы сиктәрендә тәүге тапҡыр Өфөнөң 41 йортонда 76 үҙәк йылытыу системаһын автоматик көйләү ҡоролмаһы ҡуйылды, – тине Павел Сафонов. – Был тышҡы һауа температураһына ҡарап, йылытыу параметрҙары менән автоматик рәүештә идара итергә мөмкинлек бирә. Ошо маҡсатҡа 4,1 миллиард һум бүленгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 39 йылға иҫәпләнгән республика капиталь ремонт программаһына 17 023 йорт индерелгән. 2014 йылдан алып 7 746 күп фатирлы йортта бер йәки бер нисә эш төрө башҡарылған.

Павел Сафонов подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу тураһында ла һөйләне. 2022 йылда ошо маҡсатҡа республика һәм муниципаль бюджеттарҙан 555 миллион һум бүленгән. Улар 23 муниципалитетта урынлашҡан 320 күп фатирлы йорттағы 958 подъезды ремонтлауға йүнәлтелә. Өҫтәүенә был һандың 23 проценты – коридор тибындағы йорттарҙа йәки “сталинка"ларҙа стандарт булмаған подъездар. Сағыштырыу өсөн: 2021 йылда Өфөлә, Баймаҡ районында һәм Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында 306 подъезд комплекслы ремонтланған. Аукцион йомғаҡтары буйынса экономия иҫәбенә Ағиҙелдең өс йортонда алты подъезды пландан тыш ремонтлауға бюджет аҡсаһы табылған.

Төбәк операторы башҡарылған эштәрҙең сифатын арттырыуға айырыуса ҙур иғтибар бирә, тип билдәләне Павел Сафонов. Әйтәйек, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса ҡыйыҡты ремонтлауға бәйле фатирҙарҙы һыу баҫыу осраҡтары һаны ике тапҡырға кәмегән. Подрядсы ойошмалар эш барышын тура эфирҙа күҙәтә алһын өсөн Төбәк операторы сайтында онлайн-трансляциялы видеокамералар урынлаштыра.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығына капиталь ремонтты ойоштороу этаптарын, шул иҫәптән видеокамераларҙың тотороҡло эшләүен, эштәрҙе башҡарғанда хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе тикшерергә ҡушты.

– Сығышығыҙ барышында миңә һеҙ яңы ғына хәбәр иткән видеокамераларҙың эшләмәүен әйттеләр. Әйткән һүҙҙәрегеҙ өсөн яуаплыраҡ булығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ ҡыйыҡты алмаштырыу менән шөғөлләнгән подрядсыларҙы ныҡлы контролдә тотоғоҙ. Төҙөлөш-ремонт ойошмалары ғәйебе буйынса фатирҙарҙы һыу баҫыу башҡаса булмаҫҡа тейеш.

Башҡортостан Башлығы республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына 2023 йылда капиталь ремонтланырға тейешле йорттар, шулай уҡ төҙөкләндереү күҙалланған ихаталар һәм йәмәғәт биләмәләре исемлеген тиҙ арала төҙөргә ҡушты. Был эштәрҙең бөтә төрҙәрен финанслауҙы алдан күҙ уңында тотоу өсөн кәрәк.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың артыуына бәйле 2023 йылда подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы буйынса эштәрҙе башҡарыу хаҡын арттырыу яғын яңынан ҡарарға ҡушты.

– Быйыл былтырғы хаталарҙы һәм иҫкәрмәләрҙе иҫәпкә алып берҙәм эшләй башланығыҙ. Ремонт эштәрен сифатлы һәм билдәләнгән ваҡытта тамамлау зарур, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Йорттарҙы капиталь ремонтлау, подъездарҙы яңыртыу, ихаталарҙы төҙөкләндереү – йәмғиәттәге иң мөһим темаларҙың береһе. Шуға күрә был эштә бик иғтибарлы булырға кәрәк.

Фото: pro-dachnikov.com

Автор:Гульдар Кадаева