АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
23 Марта 2022, 07:45

Ауыл старосталарының вәкәләттәре киңәйтелә

Йылайыр районы Сәләх ауылында Йәмил Ҡотләхмәтовҡа старосталыҡ эшен йәкмәткәндәр. Урында йыйылыштар үткәреү, ауыл проблемаларын уртаға һалып һөйләшеүҙе ойоштороу - уның иңендә. "Сәләхтәр дәррәү, татыу, сәмле", --ти Йәмил ағай.Әйткәндәй, ауыл старосталарының вәкәләте киңәйтелә.

Ауыл старосталарының вәкәләттәре киңәйтеләАуыл старосталарының вәкәләттәре киңәйтелә
Ауыл старосталарының вәкәләттәре киңәйтелә

Башҡортостанда ауыл старосталарына бер нисә вәкәләт бирелә. Улар ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса муниципалитеттар эшмәкәрлегенә булышлыҡ итергә һәм урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәҡдимдәр индерергә мөмкин. Старосталар урындағы совет ултырыштарында кәңәш биреү тауышына эйә була. Был вәкәләттәр Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары тейешле закон проектын ҡабул иткәндән һуң  көсөнә инә.

«Старосталар институтының барлыҡҡа килеүе, үҫеше тамырҙары менән алыҫ үткәндәргә барып тоташа, ә тейешле хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе көйләгән закон республикабыҙҙа 2019 йылда ҡабул ителде. Ауыл халҡы араһында мөһим ижтимағи мәсьәләләрҙе хәл итергә әҙер булған әүҙем кешеләр бар. Староста статусы уларға шундай мөмкинлек бирә», — тине парламент спикеры Константин Толкачев.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-21/v-bashkirii-rasshiryat-polnomochiya-selskih-starost-2736275

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас