АТАЙСАЛ
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
7 Февраля 2022, 08:55

"ТЫУҒАН ТЕЛ"ЕБЕҘ ЯҢҒЫРАЙ ТӨРЛӨ ТЕЛДӘ

Флешмобҡа һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ. Башҡа милләт вәкилдәре һөйләгәндә, беҙ ситтә ҡалмайыҡ.

"ТЫУҒАН ТЕЛ"ЕБЕҘ ЯҢҒЫРАЙ ТӨРЛӨ ТЕЛДӘ"ТЫУҒАН ТЕЛ"ЕБЕҘ ЯҢҒЫРАЙ ТӨРЛӨ ТЕЛДӘ
"ТЫУҒАН ТЕЛ"ЕБЕҘ ЯҢҒЫРАЙ ТӨРЛӨ ТЕЛДӘ

“Тыуған тел” төрлө телдә яңғырар

БСТ каналы Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йылға арнап видеороликтар серияһы әҙерләй. Бында төрлө милләт вәкилдәре әҙиптең “Тыуған тел” шиғырын һөйләйәсәк.

--Һәр кем үҙенең милли кейемендә сығыш яһарға тырышты. Тимәк, “Тыуған тел” шиғырын төрлө телдә генә ишетеп ҡалмайбыҙ, төрлө милләт кейемдәрен дә күрәсәкбеҙ. Беҙҙең проект—халыҡтар дуҫлығы проекты, был төрлө телгә, мәҙәниәткә хөрмәт менән ҡарау,--ти проект продюсеры Наил Йосопов.

 

Әйткәндәй, Башҡорт Википедияһының 50 меңеңсе юбилей статьяһы нәҡ ошо шиғырға арнала. Статьяны башҡорт телендә Укриана википедисы Виктор Семенюк яҙған. “Тыуған тел” шиғырының рус, украин, белорус, саха телдәренә тәржемә ителеүе билдәле. Быйыл ул тулыланған. Хәҙер ул ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, удмурт, мари һәм башҡа телдәрҙә яңғырай. Тәржемәләрҙе профессионалдар ҙа, тел һөйәрҙәр ҙә үҙ теленә ауҙарған.

 

Шиғыр тәржемәләре БСТ каналының социаль селтәрҙәрендә урынлаштырылған.

Флешмобта һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Уны социаль селтәргә #МинеңРәми90  #РоднойЯзык2022 хештегы менән беркетергә.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас