АТАЙСАЛ
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
25 Ноябрь 2021, 17:35

Техника торошо тикшерелә

Үҙ йөрөшлө транспортҡа бәйле авария хәлдәрен кәметеү, киҫәтеү маҡсатында Сибай дәүләт техника күҙәтеүе инспекцияһы “Хәүефһеҙлек аҙнаһы” профилактик сараһы уҙғара. Операция барышында етешһеҙлектәрҙе асыҡлау буйынса төрлө рейтдар уҙғарыла, тикшереүҙәр ойошторола.

Техника торошо тикшерелә
Техника торошо тикшерелә

15 ноябрҙән 30 ноябргә ҡәҙәр ҡалала һәм ҡала яны ҡасабаларында дәүләт техника күҙәтеүе инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре рейдтарға сыға. Был осорҙа трактор, юл-төҙөлөш машиналары, уларҙың тағылмалары айырым күҙәтеү аҫтында тотола. Шулай уҡ инспекция хеҙмәткәрҙәре техник тикшерелеү үтеү, ОСАГО полисы, тракторист-машинист водитель танытмаһы булыу булмауҙы ла асыҡлай.

--Рейд барышында техниканың төҙөк түгеллеге асыҡланһа, уларҙы инспекцияның штраф туҡталышына алып китәбеҙ. Унан тракторҙың боҙоҡ урындары ремонтланғас ҡына техниканы алып сығырға мөмкин. Юлдарҙа боҙоҡ техниканың йөрөүе кеше ғүмерҙәре өсөн бик хәүефле. Юл фажиғәләре лә күпселек осраҡта техниканың төҙөк булмауы арҡаһында теркәлә, -- ти Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Сибай ҡалаһы буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Мирзат Үзбәков.
Быйыл дәүләт техника күҙәтеүе инспекцияһы 8 операция ойошторған, 246 берәмек үҙ йөрөшлө техниканы тикшергән. Бөтәһе 54 осраҡта етешһеҙлектәр булыуы асыҡланған. 

 

 

 

Автор:Гульдар Кадаева