АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Октябрь 2021, 17:00

Зәңгәр жилет, зәңгәр шарфта була яҙып алыусылар

15 октябрҙән 14 ноябргә ҡәҙәр Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың төп этабы үтә. Мөһим компания барышында киң күләмле вазифа башҡарасаҡ контролерҙар һәм яҙып алыусылар махсус әҙерлек үткәндән һуң ғына эшкә тотона.  

Зәңгәр жилет, зәңгәр шарфта була яҙып алыусылар
Зәңгәр жилет, зәңгәр шарфта була яҙып алыусылар

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу барышында халыҡтың яҙып алыусылар менән тығыҙ бәйләнештә, үҙ-ара аңлашып эшләүҙәре мөһим. Күптәр мутлыҡ осраҡтарынан ҡурҡып, торлаҡтарына, ишек алдарына ят кешене үткәрергә теләмәй. Шуға күрә лә яҙып алыусылар башҡаларҙан айырылып торор өсөн махсус кейем кейә. Уларҙың өҫтәрендә зәңгәр төҫтәге жилет, муйындарында зәңгәр шарф, түштәрендә танытмаһы һәм ҡулдарында Росстат яҙыулы портфелдәре була. Бөтә белешмәләр ҙә электрон планшетҡа индерелә. Өйөнә яҙып алыусыларҙы индерергә теләмәүселәр өсөн стационар яҙып алыу пункттары эшләйәсәк. Шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла мәғлүмәттәр бирергә мөмкин. Был тәңгәлдә ваҡыт ҡыҫынҡы: бөтә белешмәләрҙе шәхси кабинет аша 8 ноябргә ҡәҙәр индереп ҡуйыу зарур.

Халыҡ иҫәбен алыу барышында кешеләргә 23 һорау бирелә, бөтә мәғлүмәт конфеденциаль һаҡлана, яҙып алыусыларға шәхсеңде раҫлаған документ күрһәтергә кәрәкмәй. Компания барышында Сибайҙа бөтәһе 106 яҙып алыусы һәм 18 контролер эшләйәсәк.

Фото: Сибай телевидениеһы төркөмөнән.

Автор:Гульдар Кадаева