Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
13 Август , 10:20

ШИКЛӘНЕРГӘ КӘРӘКМӘЙ...

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы биләмәһендә йәшәүселәр мөһим сараға етди ҡарай. Иҫәп алыусы Гөлназ Сәғәҙәтованың һорауҙарына тулы яуаптар ҡайтара...

ШИКЛӘНЕРГӘ КӘРӘКМӘЙ...

Мәғлүм булыуынса, 1 август көнө ауыл хужалығын иҫәпкә алыу башланды. Ул ай аҙағынаса дауам итә.

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы биләмәһендә йәшәүселәр мөһим сараға етди ҡарай. Иҫәп алыусы Гөлназ Сәғәҙәтованың һорауҙарына тулы яуаптар ҡайтара.

--Үрге Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдары минең ҡарамаҡта. Барлығы 523 ихата. Көнөнә яҡынса 17 өй тирәһе үтер кәрәк. Халыҡ аңлап ҡабул итә, һорауҙарға дөрөҫ яуап бирә. Әлбиттә, шикләнгән, һалым килер тип йәшереп ҡалыусылар ҙа бар. Беҙ конфедиальность һаҡланғанын аңлатабыҙ,--ти Гөлназ.—Уҙған йыл менән сағыштырғанда быйыл эшләүе еңелерәк, сөнки планшетыбыҙ бар. Махсус программа бик ҡулайлы. Инструкторҙар 10 көн һайын беҙ туплаған мәғлүмәтте тикшереп ала.

 

Иҫәп алыусы килһә, уға шикләнеп, ҡурҡып ҡарарға кәрәкмәй. Улар барыһы ла коронавирустан вакцина үткән. Икенсенән, улар һеҙҙең исем-фамилияғыҙҙы яҙып алмай, бер ниндәй ҙә документтар һорамай, бары тик шәхси хужалыҡты иҫәпкә ала. Аралашыу өсөн 20-30 минут етә.

--Иҫәп алыу барышында ауыл хужалығы тармағында мәшғүлдәр һаны, ер участкалары һәм уларҙы файҙаланыу, ауыл хужалығы культуралары һәм күп йыллыҡ үҫентеләр майҙандары тураһында ла мәғлүмәттәр теркәлә. Шулай уҡ мал һанын иҫәпкә алабыҙ—ти Гөлназ.

 

Өҫтәп шуны әйтергә кәрәк: иҫәп алыусылар махсус эмблемалы йәшел кейемдә килә. Улар таныҡлыҡтарын һәм паспорттарын күрһәтергә бурыслы. Иҫәп алыусыларҙы мутлашыусылар менән бутай күрмәгеҙ.

Автор:Резеда Валиева