Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
21 Июль 2021, 21:00

Яңы мәсет асылды

Баймаҡ районының Әбдрәхмән ауылында халыҡ көсө менән яңы мәсет төҙөлдө. Тулыраҡ сайтта.

Яңы мәсет асылды
Яңы мәсет асылды

«Баймаҡ районы Әбдрәхмән ауылында халыҡ көсө менән төҙөлгән яңы мәсет асылды»,-- тип хәбәр итә Баймаҡ районы Советы депутаты Шайморат Тимербулатов үҙенең сәхифәһендә.

Был иман йорто райондағы 63 - сө мәсет булып иҫәпләнә. Мәсет 2016 йылда төҙөлә башлай. Билдәле фермерҙар Ришат Яхин һәм Мәүлитбай Буранбаев тарафынан бура һатып алына һәм ауыл халҡы берләшеп, эште тамамлап ҡуйҙы.

 

Байрамда Татлыбай ауылы биләмәһе хакимиәте, район мөхтәсибәте вәкилдәре ҡатнашты.

Ауылдың имам - хатибы Ғайсар хәҙрәт вәғәздәр һөйләп, аяттар уҡып мәсетте асты, Сибай эшҡыуары Илнур хәҙрәт ауыл халҡын яңы иман йорто менән ҡотланы.

Сараға килгән ауылдаштар, ҡунаҡтар иман - йорто асылыу ҡыуанысы менән уртаҡлашып бүләктәр тапшырҙы.

Байрам уртаҡ табында ҡорбан ашы ашау менән тамамланды.

Фото: Шайморат Тимербулатов.

Яңы мәсет асылды
Яңы мәсет асылды
Автор:Гульдар Кадаева