Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Июль , 17:00

Сибай институты саҡыра

Сығарылыш класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләрен ҡулдарына алып уҡыу йорттарына ғаризалар тапшыра башланы. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ла июль көсөргәнешле үтә.Ҡыҙҙар-егеттәр ғүмерҙәренең яуаплы мәлен -- һөнәр һайлап юғары һәм махсус уҡыу йорттарына уҡырға инеү осорон кисерә. Күптәр ата-әсәһенән алыҫҡа, ҙур ҡалаларға барып уҡырға теләй. Шулай ҙа яҡында белем алыуҙың өҫтөнлөктәрен аңлағандар Сибайҙың колледж һәм институтын һайлай. Әлеге ваҡытта Сибай институтында ҡабул итеү комиссияһы эшен йәйелдереп, йәштәрҙән ғаризалар ҡабул итә.

Сығарылыш класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарының һөҙөмтәләрен ҡулдарына алып уҡыу йорттарына ғаризалар тапшыра башланы. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ла июль көсөргәнешле үтә.
Ҡыҙҙар-егеттәр ғүмерҙәренең яуаплы мәлен -- һөнәр һайлап юғары һәм махсус уҡыу йорттарына уҡырға инеү осорон кисерә. Күптәр ата-әсәһенән алыҫҡа, ҙур ҡалаларға барып уҡырға теләй. Шулай ҙа яҡында белем алыуҙың өҫтөнлөктәрен аңлағандар Сибайҙың колледж һәм институтын һайлай. Әлеге ваҡытта Сибай институтында ҡабул итеү комиссияһы эшен йәйелдереп, йәштәрҙән ғаризалар ҡабул итә.
--Һөнәри яҡтан камиллашыу өсөн кешегә юғары белем алыу мотлаҡ. Сөнки дәүләт хеҙмәттәре, шәхси йәмғиәттәр хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алғанда уларҙың үҙҙәренә кәрәкле компетенцияға эйә булыу булмауҙарын иҫәпкә ала. Юғары уҡыу йорттары йәштәргә һәр өлкәлә кәрәкле шул компетенцияларҙы, белем бирә. Технологиялар ныҡлы үҫешкән хәҙерге заманда юғары белемһеҙ булмай. Унһыҙ фән дә, техника ла, хеҙмәттәр күрһәтеү даирәһе лә ныҡ аҡһай,-- ти БДУ-ның Сибай институты директоры Илдар Хәмитов.
--Быйыл беҙ бюджет нигеҙендә уҡырға 229 кеше алырға иҫәп тотабыҙ. Шуларҙың 59 урыны маҡсатлы рәүештә уҡырға ингәндәр өсөн тәғәйенләнгән,--тине БДУ-ның Сибай институты ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе Фирғәт Хисаметдинов.
Сибай институтының ҡабул итеү комиссияһы йыл һайын меңдән ашыу ғариза ҡарай. Был юлы уҡыу йорто 4 бүлеккә: иҡтисад һәм хоҡуҡ, технология, педагогика һәм математика факультеттарына ҡыҙҙар-егәттәр ҡабул итә. Йәштәр бушлай белем алыу хоҡуғына эйә.
Бәләкәй ҡалаларҙың уҡыу йорттарында белем алғандар башлыса шул ерлектә ҡалып эш таба. Сибай ҡалаһы өсөн генә түгел тотош Урал аръяғы өсөн дә квалификациялы кадрҙар әҙерләгән институт етәкселеге шуға ла белем биреү сифаты юғары булһын өсөн тырыша.Ҡабул итеү комиссияһы документтарҙы 24 июлгә ҡәҙәр ҡабул итә. Ҡайһы бер специальностәргә һынауҙар ошо арала башлана.
Автор:Гульдар Кадаева