АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
24 Июнь 2021, 16:21

Миңдәр нимә һөйләй

Миң — тәндәге тап ҡына түгел, кешенең характерын аңларға ярҙам итеүсе билдә лә, тип һанай белгестәр. Ниндәй миң нимәне аңлата? Быны түбәндәге яҙманан уҡығыҙ.

Миң — тәндәге тап ҡына түгел, кешенең характерын аңларға ярҙам итеүсе билдә лә, тип һанай белгестәр. Ниндәй миң нимәне аңлата? Быны түбәндәге яҙманан уҡығыҙ.
  1. Күҙ аралығында урынлашҡан миңдәр яҡшы интуициялы һәм юғары логик фекерләүгә әүәҫ кешене билдәләй.
  2. Ҡолаҡ һәм күҙ араһындағы миң кешенең бик сағыу һәм көнсөл икәнлеген аңлата.
  3. Ҡаш аҫтындағы миң поэтик характерлы, аҡыл талап иткән һөнәргә эйә кешеләрҙә була.
  4. Күҙ аҫтында миңе булғандар тоғро тормош иптәше булалар.
  5. Был урында миңдәре булғандар киҫкен характерлы, улар мөхәбәттә лә ышаныслы түгел.
  6. Был миң сәйәхәт ҡылырға яратҡан, фантазияға һәм ижадҡа бай кешеләрҙә була.
  7. Был урында миңдәре булғандар кешене үҙенә бойһондорорға ярата, ҡырыҫ холоҡло.
  8. Был кеше ғаиләлә тигеҙлекте,тыныслыҡты ярата. Шуға ла яратҡандары өсөн һәр нәмәгә әҙер.
  9. Был кеше үҙ-үҙенә тәнҡитсе. Тиккә көйә, һәр ваҡыт талаш сығарырға әҙер.
  10. Был кешенең хәтере бик шәп. Ул тормошта тик үҙенә файҙалы кешеләр менән генә аралаша.
  11. Тыйылған әйберҙәргә тартылыусан, мөхәббәттә ҡатмарлы хәлдәргә тарып тороусан кешеләр.
  12. Был кеше бер туҡтауһыҙ яңы мөнәсәбәттәр эҙләй, йыш ҡына яңылыша, буталғыс хәлдәргә осрай.
  13. Буштан-буш талаша. Һуңынан тиҙ генә яраша белә.
  14. Был кешеләр мистика менән ҡыҙыҡһына, тирә-яҡты күңеле менән ярата, уларҙың яҙмышы ла үҙенсәлекле.
  15. Бойондороҡһоҙлоҡто талап иткән, баш эйергә яратмаған кешеләр.Улар менән аралашыуы бик ауыр.
  16. Был кешеләр үҙҙәрен ғаиләһенә, яҡындарына бағышлай.
  17. Был миң тормошта үҙгәрештәр яратҡан, мөхәббәттәрен яңыртып торған кешеләр. Ғаиләле була ҡалһалар, бик етди һәм тоғро йәрҙәр.
  18. Хисле кешеләр, улар фантазияла һәм ялған донъя уйлап сығарып йәшәй.
  19. Ғүмерендә бер тапҡыр ғына ғашиҡ була, һәм мөхәббәтенә ғүмерлеккә тоғро. Парынан да шуны талап итә. Шуға күрә бик көнсөл.
  20. Депрессияға, психологик баҫымға бирешеп барыусы кешеләр. Уларға әйләнгән һайын үҙ өҫтөндә эшләп, тренингтар үтеп торорға кәрәк.
  21. Был кешеләр бер төрлө тормошто яратмай. Шуға күрә мөхәббәт хистәре лә йә һүнеп, йә ялҡынланып тора. Былар йыш ҡына уңайһыҙ хәлдәргә килтереүе бар.
  22. Башҡа кешенең матурлығына, йәшәйешенә һоҡланып йәшәйҙәр. Шуға күрә йыш ҡына был кешеләр хыянат итә.
  23. Тәртип яратыусылар. Аҡыллы фекерләүгә эйә кешеләр.Шуға күрә карьера баҫҡысынан да тиҙ күтәреләләр, етәкселәр менән дә оҫта аралашалар.
  24. Тирә-яҡтағыларҙан үҙҙәренә иғтибар, һөйөү талап итеүселәр. Улар үҙҙәрен һәр ваҡыт яҡлауһыҙ итеп тоя, ғөмүмән, рухһыҙ кешеләр.
  25. Был кеше ныҡлы ғаилә ҡорасаҡ. Тыныслыҡ һәм тотороҡлолоҡ ярата.
  26. Автор:Альфира Узянбаева