АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Май 2021, 17:20

Йылан туйы башлана

“Башҡортостан” милли паркы белгестәре май айында ҡара йыландар ҡушылғанлыҡтан тәбиғәттә ял итергә яратыусыларҙы бик һаҡ булырға өндәй.Кеше ғүмере өсөн хәүефле йыландар апрелдә үк ҡышҡы йоҡоһонан уяна һәм улар әлеге мәлдә төләү ваҡытын (линька) кисерә. Шуға ла уларҙың был осорҙа күҙҙәре күк. Ҡара йыландар августа йәки сентябрҙә ишәйә: бер инә йылан иң күбендә 12 йылан сығара. Һөйрәлеүселәр ҡышҡы йоҡонан һуң стресс кисерһәләр ҙә кешегә беренсе булып һөжүм итмәй.Әгәр юлығыҙҙа ҡара йылан осраһа, шым ғына китеү яғын ҡарағыҙ. Оло кеше өсөн уның сағыуы бик ҡурҡыныс булмаһа ла, балалар, мал өсөн бигерәк тә хәүефле. Йылан саҡҡан урын ҡыҙара һәм ул шешә. Табиптар бындай осраҡта яраны баҫтырып торорға, күп итеп шыйыҡса эсергә һәм мотлаҡ медицина ярҙамы саҡыртырға кәңәш итә.Дауамы сайтта.

“Башҡортостан” милли паркы белгестәре май айында ҡара йыландар ҡушылғанлыҡтан тәбиғәттә ял итергә яратыусыларҙы бик һаҡ булырға өндәй.
Кеше ғүмере өсөн хәүефле йыландар апрелдә үк ҡышҡы йоҡоһонан уяна һәм улар әлеге мәлдә төләү ваҡытын (линька) кисерә. Шуға ла уларҙың был осорҙа күҙҙәре күк. Ҡара йыландар августа йәки сентябрҙә ишәйә: бер инә йылан иң күбендә 12 йылан сығара. Һөйрәлеүселәр ҡышҡы йоҡонан һуң стресс кисерһәләр ҙә кешегә беренсе булып һөжүм итмәй.
Әгәр юлығыҙҙа ҡара йылан осраһа, шым ғына китеү яғын ҡарағыҙ. Оло кеше өсөн уның сағыуы бик ҡурҡыныс булмаһа ла, балалар, мал өсөн бигерәк тә хәүефле. Йылан саҡҡан урын ҡыҙара һәм ул шешә. Табиптар бындай осраҡта яраны баҫтырып торорға, күп итеп шыйыҡса эсергә һәм мотлаҡ медицина ярҙамы саҡыртырға кәңәш итә.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса республика биләмәләрендә шартлы рәүештә ике генә йылан ҡурҡыныс тыуҙыра. Улар – еҙ һәм ҡара йыландар. Еҙ йылан һарыраҡ төҫтә һәм ул бик һирәк осрай. Ҡара йылан геометрик биҙәлешле һәм уның тиреһе һорораҡ төҫтә була. Сағыуҙары үлемесле түгел, әммә аллергия менән яфаланыусыларға һаҡ буларға кәрәк.
--Йыландар май аҙағы, июнь башында әүҙемләшә. Шул мәлдә кешеләр ҙә ял итеү өсөн күпләп тәбиғәт ҡосағына эрекелә. 2017 йылда, мәҫәлән шул миҙгелдә йыландан сағылған 54 кеше медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. 2018 йылда 31 осраҡ булһа, быйыл ундайҙар әлегә юҡ. Башлыса йыландан ялан, ялан ҡатыш урман төбәгендә йәшәүселәр зыян күрә. Урман биләмәһендә йәшәүселәр һирәк мөрәжәғәт итә,--ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш токсикологы Гүзәл Биктимерова.
Йыландан нисек һаҡланырға?
Йылан бер ваҡытта ла беренсе булып һөжүм итмәй. Ул саҡҡансы, ҡасыу яғын ҡарай. Әгәр үләнле, һаҙлыҡлы ерҙә йөрөһәгеҙ ҡулығыҙға мотлаҡ таяҡ тотоп, үләнде йырып барығыҙ. Был һыналған ысул йыланды ҡурҡыта,--тип аңлата Екатеринбург зоопаркы белгесе, серпентолог Екатерина Уварова.
--Походҡа барғанда бер размерға ҙур резинка итек кейегеҙ. Атлағанда ул тауыш сығарһа, йыланды ҡурҡыта. Шулай ҙа юлығыҙға йылан килеп сыҡһа, тик тороғоҙ һәм уға китергә мөмкинлек бирегеҙ. Ыҫылдаһа, артҡа аҙым яһағыҙ. Киҫкен хәрәкәттәр, ҡысҡырыу һәм таяҡ менән һелтәнеү уны киреһенсә һөжүмгә этәрә.
Серпентолог баҡсасыларға ер участкаларын таҙа тотрға саҡыра. Йыландар ҡырҡылған ботаҡтар, инвентарь, ҡый өйөмөнә оялай. Таҙа һәм асыҡ ерҙә йылан булмай.
Йылан сағыуы нимә менән ҡурҡыныс?
Уралда осраған ҡара йыландың сағыуы үлемесле түгел, --ти Екатерина Уварова. Тән температураһы күтәрелеүе, хәлһеҙлек, сағылған урын шешеүе мөмкин. Йылан саҡһа антигистаминлы препарат, йәғни аллергиянан дарыу эсергә кәрәк. Травма пунктына барып , яраны эшкәртергә, сывыротка яһатыу зарур.
Йылан саҡҡанда бик ауыртмай, әммә 10-30 минуттан сағылған урын ныҡ ауырта, шешә, баш әйләнеүе, ҡоҫҡо килеүе, температура күтәрелеүе ихтимал. Тын алыуы ҡыйынлашһа, тамаҡ төбө ҡысытһа, йөрәк менән проблема булып, тамаҡтың елһенеүе ихтимал.
Йылан саҡһа шул урынды ныҡ итеп һығырға кәрәк. Аяҡты йәки ҡулды тешләһә, ҡул аҫтындағы материалдарҙан шина эшләп, хәрәкәтһеҙ тотоу яҡшы. Яра урынына жгут һалыу, спиртлы эсемлек эсеү, яраны яндырыу ҡәтғи тыйыла.
Шулай уҡ ҡанда ағыу концентратын кәметеү зарур: өс литрҙан да кәм булмаған миҡдарҙа һыу, һейлекте ҡыуалатыусы, аллергияны реакцияһын баҫыусы препарат эсергә һәм мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.