Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
30 Апрель 2021, 11:03

Белоретта шартлау

Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, Белорет районында газ шартлап, янғын сығыу сәбәпле Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 205-се саҡрымында хәрәкәт ябылған.

Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, Белорет районында газ шартлап, янғын сығыу сәбәпле Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 205-се саҡрымында хәрәкәт ябылды. Был аралыҡта юл-патруль хеҙмәте экипаждары эшләй, юлды Сермән ауылы аша урап үтергә мөмкин.
30 апрелдә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Белорет районы Сермән ауылында газ үткәргес торбаның янып китеүе тураһында хәбәр килгән. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының көсө: 38 хеҙмәткәр һәм 15 берәмек техника янғынды һүндереүҙә ҡатнашҡан.
Читайте нас: