Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Апрель 2021, 14:58

Шашлыҡ бешерһәң – 500 мең штраф

Байрам көндәрендә шашлыҡ бешергәндә янғын хәүефһеҙлеген үтәү мөһим.

Тиҙҙән май байрамдары башлана, тимәк шашлыҡ бешереү миҙгеле асыҡ, тип иғлан ителә!
Байрам көндәрендә шашлыҡ бешергәндә янғын хәүефһеҙлеген үтәү мөһим. Күп ҡатлы йорттар алдында ут яғыу ҡәтғи тыйыла. Ҡалала һәм тәбиғәт ҡосағында шашлыҡты махсус урындарҙа ғына бешерергә рөхсәт ителә. Янғын хәүефһеҙлеген боҙоусы граждандарға 4-5 мең һум, вазифалы кешеләргә - 20 мең, юридик шәхестәргә 400-500 мең штраф һалына.
Читайте нас: