Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
21 Апрель 2021, 15:07

Һәр балаға – 10 мең һум

Президент В.В. Путин Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә айырым категориялағы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙе һораны.Тулыраҡ сайтта

Президент В.В.Путин Федераль йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә мәктәп уҡыусылары һәм беренсе класҡа барыусы балалары булған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙе һораны. 2021 йылдың август айында 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр түләнә торған ярҙам сараһы булдырыла.
"Мәктәп уҡыусылары һәм беренсе класҡа барыусы балалары булған ғаиләләргә 10 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтеүҙе һорайым. Балаларҙы мәктәпкә әҙерләп өлгөрөр өсөн түләү август уртаһында буласаҡ”,-тине В.В.Путин.
#В.В.Путин