АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Апрель 2021, 13:00

Ташҡындан һуң һыу эсерлекме?

Ташҡындан зыян күргән Бишбүләк, Дыуан, Салауат райондарының ҡайһы бер ауылдарында һыу эсергә ярамай. Роспотребнадзор был төбәктәрҙең 51 ҡоҙоғонда һыу составын тикшергән. Шуларҙың 8-ендә һыу гигиена нормативтарына тура килмәй.Тулыраҡ сайтта

Ташҡындан зыян күргән Бишбүләк, Дыуан, Салауат райондарының ҡайһы бер ауылдарында һыу эсергә ярамай. Роспотребнадзор был төбәктәрҙең 51 ҡоҙоғонда һыу составын тикшергән. Шуларҙың 8-ендә һыу гигиена нормативтарына тура килмәй. Уларҙа нитраттар күп һәм һыу ныҡ ҡаты. Ике ҡоҙоҡта микробтар күплеге һәм колиформлы бактериялар асыҡланған. Бындай сығанаҡтарҙан һыу эсеү эсәк ауырыуҙарына илтеүе ихтимал.Роспотребнадзор һыу баҫҡан ерҙә йәшәүселәргә сальмонеллез һәм дизентерияға ҡаршы препараттар эсергә, А гепатитына ҡаршы прививка яһатырға тәҡдим итә.