Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
16 Апрель 2021, 14:05

Рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлек һәм изгелеккә ынтылыш

Сибай ҡалаһы “Тәҡүә” мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин Ғәзизов мосолмандарҙы мәсеттә көндә уҙғарылған тәрәүих намаҙҙарына,Ҡөръән-хатым сығырға саҡыра.Тулыраҡ мәғлүмәт беҙҙең сайтта.

Ураҙа — мосолмандар өсөн фарыз булған биш ғәмәлдең өсөнсөһө. Ураҙаның башы быйыл 13 апрелгә тура килде һәм ул 30 көн дауам итә. Рамаҙан айы мосолманды нәфсеһен тыйып тоторға өйрәтә, ул ваҡытын ғибәҙәттәргә күберәк бүлә, изге эштәр башҡара. Ураҙаны Рамаҙан айында бәлиғ һәм сәләмәт булған кешеләр һәммәһе лә тоторға тейеш.
--Ураҙа – ул быуаттар буйы кешеләрҙең рухи сафлыҡҡа, мәрхәмәтлек һәм изгелеккә ынтылышын сағылдыра. Ураҙа – изгелек, игелек билдәһе, миһырбанлыҡ һәм мәрхәмәтлеккә өндәүсе ай. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу.
Ураҙа тотҡанда тәмәке тартыу, сәхәрҙән алып ауыҙ асҡанға тиклем дарыу эсеү, енси яҡынлыҡ тыйыла. Ураҙала харам ризыҡтарҙан башҡа бар нәмәне лә ашарға рөхсәт ителә, тик ваҡытты боҙмау талабы мотлаҡ.Ураҙала ғына түгел, башҡа ваҡытта ла мосолман ризығының хәләл булыуын ҡәтғи күҙәтергә тейеш,--ти Сибай ҡалаһы “Тәҡүә” мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин Ғәзизов.—Мосолмандарҙы мәсеттә көндә уҙғарылған тәрәүих намаҙҙарына көтөп ҡалабыҙ. Шулай уҡ иман йортонда Ҡөръән-хатым сығабыҙ. “Хатым”ды ғәрәп һүҙенән тәржемә иткәндә тамамлау, бөтөү тигәнде аңлата. Йәғни, Ҡөръән-Кәримде баштан алып аҙағынаса уҡыйбыҙ.
Изге ай 13 майҙа Ураҙа ғәйете менән тамамлана.