

Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының миграция бүлеге хәбәр итеүенсә, 2020 йылда республиканан 125 118 кеше күсеп киткән, 120 162 кеше киреһенсә килгән һәм рәсми теркәлеү үткән. Шулай итеп, миграцион кәмеү 4 956 кешене тәшкил иткән.
7 429 кеше сит илгә күсеп киткән, уларҙың 6 422-һе Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрен һайлаған, 2 205 кеше—Үзбәкстанға, 1 520–Тажикстанға, 743–Ҡаҙағстанға, 626–Украинаға, 596–Әрмәнстанға, 463 кеше Азербайжанға күскән. Вьетнамды даими йәшәү урыны итеп 512 кеше һайлаһа, Һиндостанды—120, Германияны—52, Төркиәне—39, Грузияны 26 кеше үҙ иткән.
Сибай ҡалаһында миграция йүнәлешендә хәлдәр нисек? Миграция бүлеге хеҙмәткәрҙәре был юҫыҡта ниндәй эштәр башҡара? Ошо һорауҙарға федераль миграция хеҙмәте идаралғының Сибай бүлеге начальнигы М.Б. Шульга яуап бирҙе.
—Мария Борисовна, коллективығыҙ менән таныштырып үтегеҙ әле?
—Беҙҙең татыу коллективта 7 хеҙмәткәр эшләй. Төп эшебеҙ Рәсәй Федерацияһы граждандарына, сит илгә сығырға теләүселәргә кенәгәләр әҙерләү һәм тапшырыуҙан тыш, илебеҙ граждантарының икенсе урынға күскән осраҡта урында теркәлеү үтеүен тикшереү, сит ил граждандарын миграцион иҫәпкә алыу, адреслы-белешмә мәғлүмәтен биреү менән шөғөлләнә.
—Миграция ҡануниәте өлкәһендә енәйәт ҡылынған осраҡтар теркәлгәне бармы? Уларҙы булдырмау өсөн ниндәй саралар күрелә?
—Сит ил граждандандары миграцион теркәлеүҙе боҙһа, улар яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шулай уҡ аҡса эшләү маҡсатында сит ил граждандарын илгә килгәс тә, миграция бүлектәренә хәбәр итмәйенсә, үҙ торлаҡтарына теркәүселәр ҙә хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре алдында яуап бирәсәк. Уларға 100 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған. Сит ил граждандарын законһыҙ илгә индереүҙе ойоштороусылар, законһыҙ транзит менән үтеүселәр тотолған осраҡта 7 йылға иркенән мәхрүм ителәсәктәр. Үҙ торлаҡтарына фиктив рәүештә иҫәпкә ҡуйыусылар хоҡуҡ һаҡлау органдарына хоҡуҡ тәртибен һәм именлекте һаҡлауҙа ҡамасаулаусылар булып һанала, административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Рәсәй Федерацияһы территорияһында йәшәү ҡағиҙәләрен боҙған осраҡта сит ил граждандары үҙ илдәренә ҡайтарыла һәм ҙур күләмдә штраф түләй.
—Сибай ҡалаһында миграцион ағым нисегерәк?
—2020 йылда ҡаланан 1728 кеше күсеп китте. Сибайҙа бөтә Башҡортостанды шаулатҡан хәл—шахта янып һауала көкөрт диоксиды миҡдарының кимәле артҡан ваҡытта күсеп китеүселәр тураһында йыш ишетергә тура килде. Шулай ҙа теркәлеү иҫәбенән сығыусылар булманы. Былар халыҡтың ваҡытлыса ғына икенсе урынға күсеп тороуын дәлилләй.
—Бөгөн ҡалала нисә сит ил гражданы йәшәй?
—Ваҡытлыса йәшәү рөхсәте менән Сибай ҡалаһында 80 сит ил кешеһе, бөтөнләй йәшәүгә килеүселәр—164, миграцион теркәлеү алыусылар—77 кеше. Уларҙың күбеһе Тажикстандан, Үзбәкстандан һәм Әрмәнстандан.
—Федераль миграция хеҙмәте идаралығының Сибай бүлегендә ниндәй яңылыҡтар, үҙгәрештәр бар?
—Быйыл Рәсәй Федерацияһы гражданлығын алыу тәртибе еңелләштерелде. Шулай уҡ миграция хеҙмәтенең электрон төрҙәрен ҡулланыу мөмкинлеге булдырылды. Бының өсөн дәүләт хеҙмәте порталында теркәлергә кәрәк. Бында теркәлеүселәр дәүләт пошлинаһына 30% ташлама менән федераль хеҙмәтте ҡуллана ала. Дәүләт порталында һәр кемгә кәрәкле хеҙмәттә документтар исемлеге лә бар. Бынан тыш, идаралыҡ хеҙмәткәрҙәренә ҡабул итеү өсөн һәр кем үҙенә уңайлы ваҡытҡа яҙылып килә ала. Интернет селтәре аша беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр идаралыҡ хеҙмәтен таба, шулай уҡ дәүләт порталындағы шәхсән кабинетынан документтар әйләнешен тикшерә ала.
—Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!