Мәғлүмәт
17 Марта 2021, 09:30

Ирҙәр ҡор йыя

16 апрелдә “Торатау” конгресс-холында I Башҡортостан ир-егеттәре форумы үтә. Сараның төп ойоштороусыһы булып Башҡортостандың “Ир-егеттәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай.

Билдәле булыуынса, бөгөн күп кенә ауылдарҙа ир-егеттәр ҡоро эшләй. Улар ауылды төҙөкләндереү, ниндәйҙер проблеманы күмәкләп хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алған. Әммә етерлек дәрәжәлә әүҙемләшмәгән әле. Ғөмүмән, Урал аръяғы тәжрибәһен тотош республикаға таратып, ир-егеттәр ҡорон булдырып, эште киңәйтеү, әүҙемләштереү зарур.
Башҡортостан Ир-егеттәр ҡоро рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та тап ошондай фекерҙә.
- 16 апрелдә “Торатау” конгресс-холында I Башҡортостан ир-егеттәре форумы үтә. Сараның төп ойоштороусыһы булып Башҡортостандың “Ир-егеттәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһай. Унда йәмәғәт активистары, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр һәм республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан алдынғы ҡарашлы ир-егеттәрҙең ҡатнашыуы көтөлә. Урал аръяғы райондарында ирҙәр ҡоро кеүек ойошмалар бар һәм төрлө кимәлдә эшләп килә, беҙгә көстәребеҙҙе берләштереп, бер йүнәлештә эшләү мөһим. Әле ойошма тарафынан бер нисә йүнәлеш билдәләнеп өлгөрҙө: сәләмәт һәм айыҡ тормош асылын пропагандалау, йәмғиәттә атай абруйын арттырыу, райондарҙағы ир-егеттәр ҡоро менән бергә эшләү алымдарын яйға һалыу. Ошо һәм башҡа йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанда I Ир-егеттәр форумын йыябыҙ, - ти ул.
Форум барышында әүҙем, өлгөлө һәм лайыҡлы ир-егеттәргә “Ил терәге” исемле йәмәғәт наградаһын тапшырыу ҡаралған. Был награда менән ир-егеттең, айырыуса атай кешенең йәмғиәттәге социаль статусын күтәреү бурысы ҡуйылған.
фото: https://vk.com/sovet_mujchin_rb
Читайте нас