АТАЙСАЛ
+27 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғлүмәт
11 Марта 2021, 09:25

"ИҪТӘЛЕКЛЕ БҮЛӘК" бирегеҙ

30 апрелгә тиклем Сибайҙың тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Иҫтәлекле бүләк» тип аталған акция иғлан ителә.

30 апрелгә тиклем Сибайҙың тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Иҫтәлекле бүләк» тип аталған акция иғлан ителә.
Ошо акция сиктәрендә һеҙ музейға:
  • төрлө халыҡтарҙың милли кейемдәрен, декоратив биҙәү ҡулланма әйберҙәрен, картинаналар;
  • боронғо һәм һирәк осраған сәғәттәр;
  • һуғышҡа ҡағылышлы экспонаттар (фотоһүрәттәр, документтар, хаттар, һуғыш хәтирәләре, трофейҙар);
  • совет осоро уҡыусылары ҡулланмалары (пенал, портфель, дипломат, дәфтәр, әлифба һ.б.);
  • Сибай ҡалаһының барлыҡҡа килеүенә, үҫешенә өлөш индергән кешеләрҙең иҫтәлекле әйберҙәр (документ, фоторәсем, биография, шәхси әйберҙәр);
  • совет осорондағы балалар уйынсыҡтары;
  • ҡала предприятиелары, эшселәре тураһында мәғлүмәттәр тапшыра алаһығыҙ.
  • Беҙ әйберҙәрҙе шатланып ҡабул итәсәкбеҙ. Музей экспонаттары булараҡ, һеҙ тапшырған предметтар яңы һулыш аласаҡ, улар күргәҙмәләрҙә, экспозицияларҙа ҡулланыласаҡ.
    Иҫтәлекле әйберҙәр музейыбыҙҙы тағы ла тулыландырып, музейҙы популярлаштырыуҙа һәм киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә лә ҙур өлөш индерәсәк.
    Акцияның йомғаҡтары Бөтә Рәсәй «Музей төнө-2021» акцияһында күргәҙмә менән тамамланасаҡ. Иң әүҙем ҡатнашыусыларҙың исемдәре музейҙың Почетлы иҫтәлек тапшырыусыһы китабына теркәп ҡуйыласаҡ.
    Белешмәләр өсөн телефон һандары: 5-53-07.
    Р.Б.Ишбулатова, музей хеҙмәткәре.
    Читайте нас