АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
26 Февраль 2021, 18:06

Эшкә инер алдынан билеңде үлсәт

Хәҙер хеҙмәткәрҙәргә эшкә инер алдынан билде үлсәтергә кәрәк.

Бөгөнгө көндә коронавирус киҙеүенән ниндәй генә һаҡланыу саралары күрелмәй. Ҡулдарҙы йыш йыуыу, битлектәр кейеп йөрөүгә ғәҙәтләнеп тә киттек шикелле. Хатта, һәр ойошмала көн һайын хеҙмәткәрҙәрҙең тән температураһын үлсәп теркәп барыр өсөн инспекторҙар билдәләнде.
Ә бына Великобританияла DVLA тип исемләнгән бик ҙур компанияның хеҙмәткәрҙәренә эшкә инер алдынан билде үлсәтергә кәрәк икән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың бил үлсәме 34 дюймдан (86 сантиметр), ир-егеттәрҙең 40 дюймдан (101 сантиметр) артмаҫҡа тейеш. Был күрһәткестәрҙән артыҡ ауырлыҡ йыйған хеҙмәткәрҙәр бер нисә аҙна эсендә ябығыр өсөн махсус түләүле ялға ебәрелә. Былар барыһы ла хеҙмәткәрҙәрҙе коронавирус киҙеүенән һаҡлау өсөн эшләнелә.