Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Февраль 2021, 13:51

Туған телеңдә диктант яҙ!

2021 йылдың 20 февралендә 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә Халыҡ-ара диктант уҙғарыла.

2021 йылдың 20 февралендә 11.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрендә Халыҡ-ара диктант уҙғарыла. Сара онлайн рәүештә ойошторола, текст уҡылған видеояҙма https://bash-mir.ru/ сайтына ҡуйыла. Башҡорт телендә диктант яҙыу өсөн ябай ҡағыҙ ҡулланырға йә иһә беҙҙең сайттан махсус бланк сығарып алырға мөмкин. Диктант яҙғандан һуң уның сканын йә иһә яҡшы сифатлы фотоһүрәтен [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Һеҙҙең хатҡа яуап итеп ҡатнашыусы сертификаты ебәреләсәк. Диктант һөҙөмтәләре БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары сайттарында урынлаштырыласаҡ.
Читайте нас: