АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Февраль 2021, 17:40

Юристар ҡабул итте

Башҡортостандың 31 районында «Айыҡ ауыл — 2020» конкурсы сиктәрендә бушлай юридик консультациялар көнө үтте. Конкурста ҡатнашҡан райондарҙа йәшәгән 300-гә яҡын кеше белгестәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Юристар социаль түләүҙәр, эшкә урынлашыу, кредит биреү, мираҫ, шулай уҡ мөлкәт, ер һәм пенсия мәсьәләләре менән бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. Алименттар юллау, ер участкаһын теркәү, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү, милек хоҡуғын законлаштырыу, опека, инвалидлыҡты рәсмиләштереү — ошо һәм тағы тиҫтәләгән башҡа төрлө һорауҙарға мөрәжәғәт итеүселәр төплө һәм аңлайышлы аңлатма алды.Сара сәләмәт тормошто пропагандалауға, алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы иҫкәртеү системаһының һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, шулай уҡ үҫеп килеүсе быуынды эскелектән, тәмәке тартыуҙан һәм наркотиктар ҡулланыуҙан ҡурсалауға йүнәлтелгән. Акцияны ойоштороусылар — Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе.

Башҡортостандың 31 районында «Айыҡ ауыл — 2020» конкурсы сиктәрендә бушлай юридик консультациялар көнө үтте. Конкурста ҡатнашҡан райондарҙа йәшәгән 300-гә яҡын кеше белгестәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Юристар социаль түләүҙәр, эшкә урынлашыу, кредит биреү, мираҫ, шулай уҡ мөлкәт, ер һәм пенсия мәсьәләләре менән бәйле һорауҙарға яуап бирҙе. Алименттар юллау, ер участкаһын теркәү, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереү, милек хоҡуғын законлаштырыу, опека, инвалидлыҡты рәсмиләштереү — ошо һәм тағы тиҫтәләгән башҡа төрлө һорауҙарға мөрәжәғәт итеүселәр төплө һәм аңлайышлы аңлатма алды.
Сара сәләмәт тормошто пропагандалауға, алкоголь продукцияһын ҡулланыуҙы иҫкәртеү системаһының һөҙөмтәлелеген күтәреүгә, шулай уҡ үҫеп килеүсе быуынды эскелектән, тәмәке тартыуҙан һәм наркотиктар ҡулланыуҙан ҡурсалауға йүнәлтелгән. Акцияны ойоштороусылар — Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан