2021 йылда беренсе класҡа уҡыусыларҙы яңы ҡағиҙәләр буйынса ҡабул итәләр.
Быйыл ғариза алыу 1 апрелдә генә башлана. Мәктәпкә яҡын биләмәлә йәшәүселәрҙең, сиратһыҙ алынырға хоҡуҡлыларҙың ата-әсәләренән 1 апрель ғариза ала башлайҙар һәм был 30 июнгә тиклем дауам итә. Әгәр бала мәктәп беркетелгән территорияла йәшәмәй икән, улар ғаризаны 6 июлдән бирә. Беренсе класта буш урын тулғансы ғариза ҡабул ителә, тик 5 сентябрҙән һуңламаҫҡа кәрәк. Буш урын ҡалмаһа ғына мәктәп баланы алыуҙан баш тарта ала. Был осраҡта мәғариф бүлеге баланы икенсе белем усағына урынлаштырыуҙы хәстәрләргә тейеш.
Март айында мәктәп мәғлүмәт стендына йә рәсми сайтҡа күпме бала ҡабул ителәсәге хаҡында мәғлүмәтте, ғариза өлгөһөн, ғариза ҡабул итеү ваҡытын, бойороҡтарҙы ҡуйырға бурыслы.
Ғариза яҙғанда һәр ата-әсә (законлы вәкил) балаһының ҡайһы телде өйрәнергә тейешлеген үҙе һайлай.
Ғаризаны түбәндәге алымдар менән бирергә мөмкин:
почта аша заказ менән хат ебәреп электрон почтаға электрон хат ебәреп дәүләт хеҙмәте порталы аша. Дәүләт хеҙмәте порталы аша ғариза биреү һылтанмаһы март айында мәктәп сайтына ҡуйыла. Унда ғариза тултырғандан һуң, документтарҙың төп нөсхәһе менән мәктәпкә барырға, ғаризаға ҡултамға ҡуйырға кәрәк була. Тимәк, портал аша ғариза биргән хәлдә лә мәктәпкә барыу зарур. Үҙегеҙ менән паспорттың төп нөсхәһен, күсермәһен, баланың тыуыу тураһында таныҡлығын, баланың теркәлеү урынын раҫлаусы документын, эш урынынан белешмә (сиратһыҙ, йә тәү сиратта алыныу хоҡуғы булғанда) алырға онотмағыҙ.
Мәктәптә комиссия булдырыла. Бөтә һорауҙар буйынса уларға мөрәжәғәт итергә, йә шылтыратырға була.