АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Ғинуар 2021, 12:00

Мөһим сараға әҙерлек бара

Халыҡ иҫәбен алыу тигәндәй, Баймаҡ районы Билал ауылы китапханаһында ошо темаға күргәҙмә эшләй. Бында тарихи мәғлүмәттәр табырға мөмкин.

Күптән түгел республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә 1 апрелдән 30 апрелгә тиклем үтәсәк Халыҡ иҫәбен алыу сараһы хаҡында хәбәр итеп: “Халыҡтың сифат һәм иҫәп структураһын белеү һәм артабан республиканы үҫтереүҙә дөрөҫ ҡарарға килеү өсөн был сара бик кәрәк. Быға етди ҡарап, милләт, тел, белем хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт туплау шарт”, - тине.
Бөгөн халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек бара. Быйыл тәү тапҡыр ул электрон форматта үтәсәк. Дәүләт хеҙмәте порталы аша һәр кем анкета һорауҙарына яуап бирә ала. Шулай уҡ һорау алыусылар ҙа йөрөйәсәк, күп функциялы үҙәктәрҙә лә иҫәп алып барыласаҡ.
Халыҡ иҫәбен алыу тигәндәй, Баймаҡ районы Билал ауылы китапханаһында ошо темаға күргәҙмә эшләй. Бында тарихи мәғлүмәттәр табырға мөмкин.