Ярты йыл һайын лото-уйын уҙғарыу редакциябыҙҙа матур традицияға әйләнде. Был юлы ла, Яңы йыл байрамы алдынан, почтабыҙға 500-гә яҡын квитанция килде. Элек ҡатнашырға теләүсе халыҡты йыйып, телевидение алдында сығыш яһаһаҡ, быйыл күмәк осрашыуҙан ситләшеп торҙоҡ. Шулай ҙа ант итеп әйтәбеҙ: барыһы ла ғәҙел булды. Хеҙмәткәрҙәребеҙ менән бергәләп лото-уйыны еңеүселәрен билдәләнек. Ҡумтаға төрөп һалынған квитанцияларҙы берәмләп сығара торҙоҡ, исем-шәрифен ҡысҡырып уҡып торҙоҡ. Шулай итеп, 2021 йылдың 1-се ярты йыллығына яҙылыусылар араһында төп призды—электр ҡоймаҡ бешергесте Сибай ҡалаһынан Г. С. Ғәлфәүроваға отто. Үтекте Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан Заһира Оморҙаҡоваға, кер киптереү ҡулайламаһын Йылайыр районы Балапан ауылынан Ф.Ғ. Мостахитдиноваға, сәйнүкте Баймаҡ районы Басай ауылынан Зәкиә Сәйетоваға, найсер-дайсерҙы (йәшелсә турау ҡулайламаһы) Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан Р.М.Теләүғоловаға юллайбыҙ. Бағыусыбыҙ “Имран” магазинынан бүләк—намаҙлыҡ Баймаҡ районы Темәс ауылынан Сәлимйән Вәлиевҡа, түбәтәй Хәйбулла районы Өфө ауылынан Р.Хәсәновҡа тапшырыласаҡ. Бынан тыш, гәзитебеҙҙең электрон төрөнә яҙылыусылар араһында ла лото уйыны уҙғарылды. Уның еңеүсеһе Кәримоваға (
[email protected]) шәхси эшҡыуар Зилиә Моратова “Атайсал” эмблемаһы сигелгән футболка бүләк итә.