Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Ғинуар 2021, 18:25

ЮЛДАРҘА ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

Бөгөн Баймаҡ һәм Йылайыр районы сигендә 4 автомобиль ҡатнашлығында юл-хәрәкәт ваҡиғаһы теркәлгән.

Башҡортостанға сатлама һыуыҡтар яҡынлаша, тип хәбәр итәләр. Мәҫәлән, ике көндән, йәғни 12 ғинуар баш ҡалабыҙҙа һауа температураһы -20 градусҡа төшә. 14-15 ғинуар иң һыуыҡ көндәр булыр, моғайын. Республиканың үҙәк райондарында -26-27 градус булһа, төндәрен -33-ҡа етәсәк, тигән фаразлайҙар.
Әлбиттә, ҡыш булғас һыуыҡ та, ҡарлы ла булырға тейеш. Кисә һәм бөгөн ябалаҡлап ҡар яуып ҡыуандыра. Тик юлдарҙа хәүефһеҙлек хаҡында оноторға ярамай. Ошо арала ғына республикала үлемесле фажиғәләр теркәлде.
Бөгөн Баймаҡ һәм Йылайыр районы сигендә 4 автомобиль ҡатнашлығында юл-хәрәкәт ваҡиғаһы теркәлгән. Юлсыларҙың имен булыуын теләйбеҙ!
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Фото: "На дорогах Сибая" төркөмөнән.