АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
30 Декабрь 2020, 23:15

ЯҢЫ ЙЫЛДЫ ИМЕН ҠАРШЫ АЛАЙЫҠ!

Хөрмәтле дуҫтар! Барыбыҙ ҙа ашҡынып көткән матур байрам—Яңы йыл етте. Уны ҡаршы алырға әҙерләнгәнбеҙ икән, тимәк, беҙ иҫән-һау! Йәнә бер йылыбыҙ тарихта ҡалды. Әлбиттә, шатлығы ла, көйөнөстәре лә булғандыр. Ни хәл итәһең, тормош бит... Әммә беҙ иҫән, беҙ һау – шуныһы һөйөндөрә. Киләһе йылыбыҙ – 2021 йыл уҙғанынан ҡарағанда яҡшыраҡ, шатлыҡлыраҡ, уңышлыраҡ булһын, тип теләйек!Йыл менән йыл алмашыныуына шаһит булыу, береһен имен генә оҙатып, икенсеһен имен ҡаршы алыу шатлыҡ, әлбиттә. Тик уны үтә шашып байрам итеп ташламаһаҡ ине...Ни өсөн тигәндә, эскелек бар ерҙә – бәлә лә бар. Телевизорҙы тоҡандырһаҡ та, радионы ҡабыҙһаҡ та, интернетты асып ебәрһәк тә ҡот осмалы хәлдәр. Унда кемделер үлтергәндәр, бында кемдер фажиғәғә тарыған... Бындай ҡазаларҙан Хоҙайым үҙе һаҡлаһын!Ғәҙәттә, яңы йыл төнөндә эскән килеш руль артына ултырған водителдәр ҙә осрай. Улар үҙҙәрен дә, туғандарын да, ҡаршыһына тап булған ят кешеләрҙе лә оло хәүеф аҫтына ҡуя. Зинһар, иҫерек килеш машинаға ултырмағыҙ!Һеҙгә Башҡортотсан Республикаһы буйынса баш дәүләт инспекторы Динар Ғилмутдинов та мөрәжәғәт итә:

Хөрмәтле дуҫтар! Барыбыҙ ҙа ашҡынып көткән матур байрам—Яңы йыл етте. Уны ҡаршы алырға әҙерләнгәнбеҙ икән, тимәк, беҙ иҫән-һау! Йәнә бер йылыбыҙ тарихта ҡалды. Әлбиттә, шатлығы ла, көйөнөстәре лә булғандыр. Ни хәл итәһең, тормош бит... Әммә беҙ иҫән, беҙ һау – шуныһы һөйөндөрә. Киләһе йылыбыҙ – 2021 йыл уҙғанынан ҡарағанда яҡшыраҡ, шатлыҡлыраҡ, уңышлыраҡ булһын, тип теләйек!
Йыл менән йыл алмашыныуына шаһит булыу, береһен имен генә оҙатып, икенсеһен имен ҡаршы алыу шатлыҡ, әлбиттә. Тик уны үтә шашып байрам итеп ташламаһаҡ ине...Ни өсөн тигәндә, эскелек бар ерҙә – бәлә лә бар. Телевизорҙы тоҡандырһаҡ та, радионы ҡабыҙһаҡ та, интернетты асып ебәрһәк тә ҡот осмалы хәлдәр. Унда кемделер үлтергәндәр, бында кемдер фажиғәғә тарыған... Бындай ҡазаларҙан Хоҙайым үҙе һаҡлаһын!
Ғәҙәттә, яңы йыл төнөндә эскән килеш руль артына ултырған водителдәр ҙә осрай. Улар үҙҙәрен дә, туғандарын да, ҡаршыһына тап булған ят кешеләрҙе лә оло хәүеф аҫтына ҡуя. Зинһар, иҫерек килеш машинаға ултырмағыҙ!
Һеҙгә Башҡортотсан Республикаһы буйынса баш дәүләт инспекторы Динар Ғилмутдинов та мөрәжәғәт итә:
“Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар! Алда беҙҙе көтөп алған яңы йыл каникулдары көтә. Ошо осорҙа күптәребеҙ алыҫ юлға сыға. Байрам һәм ял көндәрендә юл хәрәкәте ваҡиғаһы булмаһын өсөн дәүләт автоинспекцияһы көсөргәнешле режимда эшләйәсәк. Профилактик сара сиктәрендә күләмле тикшереүҙәр уҙғарыла. Уның төп маҡсаты—айыҡ булмаған водителдәрҙе асыҡлау, фажиғәғә юл ҡуймау.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Транспорт менән иҫерек килеш идара итеү—юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен боҙоуҙағы иң аламаһы, сөнки был трагик хәлдәргә алып килеүе ихтимал. Эскән йә наркотик матдә ҡулланған килеш автомобиль менән идара итеү үҙегеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
Иҫерек килеш руль артынан ултырырға ярамағанлығын һәр кем белә. Әммә, күптәр бәләкәй доза идара итеүгә ҡамасауламай тип уйлай һәм яңылыша.
Алкоголь реакция тиҙлеген 30-40 процентҡа кәметә һәм ул организмдан тәүлек әйләнәһенә сығып бөтмәй. Тимәк, фажиғәғә осрау ихтималлығы ҙур. Эскәнһегеҙ икән, руль артына ултырмағыҙ, юлға сыҡмағыҙ. Бик кәрәкһә, такси хеҙмәтен ҡулланығыҙ.
Бик һаҡ һәм уяу булығыҙ! Беҙҙе аңлап ҡабул итерһегеҙ тип ышанабыҙ һәм имен юлдар теләйбеҙ!”
Баш инспектор һүҙҙәренә ҡушылабыҙ һәм барығыҙға ла именлек теләйбеҙ!
Читайте нас: