Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Декабрь 2020, 15:40

ФРАНЦУЗДАРҘАН КӘМ ТҮГЕЛБЕҘ ӘЛЕ

18 йәшкә тиклем балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләү булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнә. Был хаҡта “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы рәйесе Олег Шеин телеграм-каналында хәбәр итә.

18 йәшкә тиклем балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләү булдырыу тураһында закон проекты әҙерләнә. Был хаҡта “Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы рәйесе Олег Шеин телеграм-каналында хәбәр итә.
Уның әйтеүенсә, “әсәйҙәргә эш хаҡы” булдырыу тәҡдиме йәмғиәттә резонанс тыуҙырҙы. Идеяны Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт комитеты рәйесе Ярослав Нилов, Йәмәғәт палатаһы һәм Милли ата-әсәләр комитеты хуплаған. Парламентарий белдереүенсә, бындай түләү Францияла бар. Ошо юл менән улар илдәге демографик хәлде хәл иткән.
Шеин йәнә шуны белдерә: 2000 йылдарҙа “Ғәҙел Рәсәй” әсәлек капиталы булдырыу идеяһын тәҡдим иткәйне. Ул саҡта был проектты тормошҡа ашырыуға берәү ҙә ышанмай. Ә бер нисә йылдан ул эшләй ҙә башлай һәм әле лә эшләй.
Ни тиһәң дә шәп тәҡдим. Тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Мәғлүмәт: Ruposters.