2020 йылдың 11 айында республика юлдарында балаларға бәйле 369 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Унда 12 баланың ғүмере өҙөлгән. 11 юл-транспорт ваҡиғанһында бәләкәстәр, үҫмерҙәр хәүефһеҙлек ҡайышына бәйләнмәгәнлеге асыҡланған. Был осраҡта бер бала һәләк булған. Шулай уҡ йәше тулмағандар руль артына ултырып та бәләгә осраны.
Сибайҙа 11 ай эсендә иһә балаларға бәйле 3 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, унда берәүһе үлде. Велосипедта йөрөүсе үҫмерҙәр ҙә хәүеф тыуҙыра, быға бәйле 2 осраҡ теркәлгән.
Ошоларҙы иҫәпкә алып 21 декабрҙән 15 ғинуарға тиклем “Иғтибар: балалар!” акцияһы үтә. Был осорҙа инспекторҙар автомобилдә балаларҙы йөрөтөү тәртибенә иғтибарҙы арттырасаҡ.
Хөрмәтле водителдәр! Юлдарҙа юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, ашыҡмағыҙ, кәрәкмәгән урында юл һыҙатын үҙгәртмәгеҙ, айырыуса мәктәп, балалар баҡсаһы янында тиҙлекте кәметегеҙ, дистанция тотоғоҙ. Балаларҙы хәүефһеҙлек ҡайышы менән бәйләргә онотмағыҙ.