Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Декабрь 2020, 14:00

Тоҙаҡтарына эләкмәгеҙ

БАНК КАРТАЛАРЫНАН АҠСА УРЛАУҘЫҢ ЯҢЫ ЫСУЛЫ: МУТЛАШЫУСЫЛАРҘЫҢ СЕРЕ НИМӘЛӘ? Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2019 йылда кредит ойошмаһына телефон аша аҡса үҙләштерергә маташыусы 2,5 миллион ялыу булған. Классик сценарий ябай: мутлашыусы телефондан шылтыратып үҙен банк хеҙмәткәре йә булмаһа хәүефһеҙлек хеҙмәтенән тип таныта. Уғрылыҡ ҡылыусылар һаҡлыҡ банкыһы ғына түгел, башҡа банктар хеҙмәткәрҙәре исеменән дә шылтырата.

БАНК КАРТАЛАРЫНАН АҠСА УРЛАУҘЫҢ ЯҢЫ ЫСУЛЫ: МУТЛАШЫУСЫЛАРҘЫҢ СЕРЕ НИМӘЛӘ?
Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2019 йылда кредит ойошмаһына телефон аша аҡса үҙләштерергә маташыусы 2,5 миллион ялыу булған. Классик сценарий ябай: мутлашыусы телефондан шылтыратып үҙен банк хеҙмәткәре йә булмаһа хәүефһеҙлек хеҙмәтенән тип таныта. Уғрылыҡ ҡылыусылар һаҡлыҡ банкыһы ғына түгел, башҡа банктар хеҙмәткәрҙәре исеменән дә шылтырата.
Уларҙың аралашыу стиле банк хеҙмәткәрҙәренке кеүек, әммә үтенестәре генә башҡаса. Ялған хеҙмәткәрҙәр клиентты әгәр шулай итмәһәгеҙ аҡсағыҙ юғала тип ҡурҡытып, тоҙаҡтарына тиҙ эләктерә. Шулай уҡ иҫәбегеҙҙән шикле аҡса сисеү транзакциялары башҡарыла тип кешене шөбһәгә һалыуҙары уларҙың һүҙенә ышанырға мәжбүр итә.
Мутлашыусылар ҡулланыусыларҙан шәхсән белешмәләрен әйтеүҙәрен һорай. Кешенең ышанысына инер өсөн улар паспорт һандарын, адресығыҙҙы, эш урынын, автомобилегеҙҙе, мөлкәтегеҙҙе һанап китеүҙәре бар. Хатта кредитығыҙҙы, уның ҡасан һуңғы тапҡыр түләүҙәрен әйтеп тә улар кешене үҙҙәренә ауҙара һәм яуыз уйҙарын тормошҡа ашыра.
Һаҡ булығыҙ! Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәгеҙ.
Зүлиә Торомтаева.
Рәсәй эске эштәр министрлығының
Сибай ҡалаһы буйынса уголовный розыск бүлегенең
өлкән оперуполномоченныйы, полиция майоры.
Читайте нас: