Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Сентябрь 2020, 22:10

РЕМОНТ СИФАТЛЫ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ

Октябрь уртаһынан күп фатирлы йорттарҙың подъездарында үткәрелгән ремонт сифатын тикшерә башлаясаҡтар. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙеләр.

Октябрь уртаһынан күп фатирлы йорттарҙың подъездарында үткәрелгән ремонт сифатын тикшерә башлаясаҡтар. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙеләр.
--Уҙған йыл подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын бойомға ашыра башлағайныҡ. Контроль идаралығы тикшереү үткәргәндән һуң 19 райондың 47 күп фатирлы йортонда етешһеҙлектәр табылды. Муниципалитет башлыҡтары менән килештек, яңынан эшләргә бер ай ваҡыт бирелде,--тине Радий Хәбиров.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев әйтеүенсә, башлыса ҡубып торған буяуҙар, проводтар өсөн кабель-каналдар булмауы, ишек янының яҡшылап эшләнмәүе күҙгә ташланған.
Бөгөнгө көнгә подрядсы ойошмалар 45 йортта етешһеҙлекте кисектергән. Төбәк операторы мониторгы сиктәрендә йәнә 185 дефект бөтөрөлгән.
--Гарантия осоро өс йыл. Ошо осорҙа йортта йәшәүселәр йәки муниципалитет тикшереү уҙғара ала. Әгәр улар дефект тапһа, подрядсы ойошма үҙ иҫәбенә яңынан эшләргә бурыслы, -тине министр.
Республика Башлығы октябрь урталарынан подъездарҙа үткән ремонттарҙы тикшерергә, былтыр төҙөкләндерелгән ихаталарға иғтибар итергә ҡушты. 2024 йылға барлыҡ ихаталар, подъездар ремонтланырға тейеш.