Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
14 Сентябрь 2020, 18:48

Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк

Тағы көҙ етте, тағы гәзит-журналдарға яҙылыу осоро башланды. Йәй ваҡытлы матбуғат уҡырға ваҡыт булмай, ә бына оҙон ҡышты гәзит-журналдарһыҙ үткәреү күңелһеҙ булыр. Шуға ла кеше ыңғайына барығыҙҙы ла “Атайсал” төбәк гәзитенә дәррәү генә яҙылырға өндәйбеҙ.

2021 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзиткә яҙылыуға хаҡтар билдәле булды. Шулай итеп, ярты йыллыҡ подписканың индексы ПО586, хаҡы 612 һум 90 тин.
Бер йылға ПО926 индексын ҡуйып 1115 һум 74 тингә яҙылырға мөмкин.
Гәзит уҡыусыларыбыҙға һәр ваҡыттағыса төрлө бүләктәр әҙерләнек. Гәзиткә яҙылыуҙың осорон асып иң беренсе бағыусыбыҙ әҙерләгән 3 тоҡ бойҙайҙы сентябрь аҙағына ҡәҙәр “Атайсал” гәзитенә яҙылыусылар араһында уйнатабыҙ. Бөгөн үк яратҡан баҫмабыҙға яҙылығыҙ ҙа квитанция күсермәһен Сибай ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 22 адресына ебәрегеҙ. “Атайсал” гәзите редакцияһына тип яҙырға онотмағыҙ!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!