Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
13 Сентябрь 2020, 16:22

Һайлауҙа дәррәү ҡатнашалар

Сибайҙар бер ваҡытта ла ҡалала үткәрелгән сараларҙан ситтә ҡалмай. Бөгөн дә ҡала Советы депутаттарын һайлауҙа, ғәҙәттәгесә, әүҙем ҡатнаша. 632-се һайлау учаскаһына ҡараусыларҙың күбеһе тауыш бирергә килеп,үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәп тә өлгөргән.

- Һайлау участкаһы бар санитар нормаларҙы үтәп ойошторолдо. Тауыш бирергә килеүселәрҙең тән температураһы тикшерелә, битлек, бирсәткә һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған ручка менән тәьмин ителә. Беҙҙең участкала өйҙә тауыш бирергә теләүселәр булманы, граждандар һайлау участкаһына үҙҙәре килде. Ҡаланың, йәшәйешебеҙҙең киләсәген етди күҙ алдына килтереп, кандидаттарға ышанысын белдерергә килеүселәргә ҙур рәхмәт, - тине 632-се һайлау учаскаһы рәйесе А.М. Көмөшҡолов.