Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
6 Август 2020, 11:00

Рейдтар дауам итә

Илдәге эпидемиологик хәлгә һәм ваҡытлы сикләүҙәргә ҡарамай объекттарҙы төҙөү дауам итә. Шуға күрә төҙөлөш ойошмаларына коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға кәрәк.

Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты 17 апрелдән алып төҙөлөш объекттары буйлап рейдтар үткәрә. Улар предприятиеларҙың коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларын үтәү-үтәмәүен тикшерәләр.
Бөгөнгә тиклем ведомство белгестәре 300 самаһы төҙөлөш майҙансыҡтарын тикшергән. Асыҡланыуынса, бөтәһе лә үҙ хеҙмәткәрҙәре хәүефһеҙлеген тәьмин итергә әҙер түгел булып сыҡҡан. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 72 протокол төҙөлгән һәм судҡа ебәрәлгән. Суд талаптарҙы үтәмәгән төҙөүселәргә ҡарата ҡарар ҡабул итергә тейеш.
Асыҡланыуынса, бөтә биналарҙа ла дезинфекция үткәрелмәй (бөтә эш көнө дауамында һәр ике сәғәт һайын булырға тейеш), эшселәр шәхси гигиена талаптарын үтәмәй, көнкүреш биналарында йыйыштырыу үткәрелмәй, пропуск режимы юҡ, сир билдәләре булған кешеләрҙе асыҡлау һәм эшкә ҡушмау буйынса саралар үткәрелмәй һәм башҡалар.
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың Киров районындағы ике майҙансыҡ тикшерелде. Иҫкәрмәләр күп, уларҙы төҙөүсе компания 24 сәғәт эсендә үтәргә тейеш.
Шуныһын да билдәләргә кәрәк: илдәге эпидемиологик хәлгә һәм ваҡытлы сикләүҙәргә ҡарамай объекттарҙы төҙөү дауам итә. Шуға күрә төҙөлөш ойошмаларына коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларына ҙур яуаплылыҡ менән ҡарарға кәрәк. Дәүләт комитеты артабан да бындай рейдтарҙы үткәреүҙе дауам итәсәк.
Фото: Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.