Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
30 Июль 2020, 13:55

БИТЛЕКҺЕҘ УЛТЫРТМАЙҘАР...

"Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы битлекһеҙ пассажирҙарҙы автобустарға ултыртыуҙан баш тарта. Был коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймауға, халыҡ һәм водитель сәләмәтлеген ҡайғыртыуға бәйле.

--Пассажирҙарға билет һатылғанға тиклем уларҙың битлеге бармы-юҡмы тикшерелергә,әгәр автобус салонында битлекһеҙҙәр бар икән, кондуктор уларҙың сығыуын талап итергә тейеш, - тип белдерә "Башавтотранс" предприятиеһының генераль директор урынбаҫары Сергей Паскин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан дәүләт транспорты хеҙмәткәрҙәре Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре менән бергә аҙна һайын рейд үткәрә. Уның барышында пассажирҙар ҙа, водителдәр ҙә тикшерелә.
Талапты үтәмәүселәргә штраф һалынасаҡ: вазифалы берәмектәргә - 5 мең һумдан 15 мең һумғаса, ҡабатлап ҡағиҙәне боҙһа - 15-30 мең һум. Юридик берәмектәргә 50 мең һумдан 100 мең һумғаса, ҡабатлап талапты үтәмәһә 100-200 һум штраф һалына.
Читайте нас: